30 мартта Шишмә районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова менән бергә “Именлек” республика геронтология үҙәгенең Шөңгәккүл ауылындағы бүлексәһен ҡараны һәм Ураҙа байрамы менән ҡотланы.
“Именлек” республика геронтология үҙәге директоры Зөлфирә Маскулова бүлексәнең 2001 йылдан эшләүе тураһында һөйләне. Бында өлкән йәштәгеләрҙең йәшәүе һәм социаль адаптациялауы өсөн мотлаҡ шарттар булдырылған. Учреждениела - 27, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 15 кеше йәшәй.
Төбәк етәксеһе палаталарҙы ҡараны, бында йәшәүселәр менән аралашты, улар өсөн нисек дауалауҙы һәм туҡланыуҙы ойоштороуҙары тураһында ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров социаль ойошмаларға ярҙам итеүҙең мөһимлеге һәм Ураҙа байрамында изге йөрәклелектең мәғәнәһе тураһында һөйләне.
- Был көндөң төп миссияһы – изге күңеллелек, бер-береңә ярҙам итеү. Шуға күрә ҡатыным менән бында килергә һәм ниндәйҙер яҡшы эш атҡарырға булдыҡ. Бында барыһы ла тәртиптә, таҙа. Беҙҙә бындай ойошмалар күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғандарһыҙ ҡалғандар йәки һаулыҡ торошо буйынса үҙаллы йәшәй алмағандар күп, - тине Радий Хәбиров. – Мөмкинлектәре булғандар ошондай көндәрҙә мохтаждарға ярҙам итергә тейеш.
Әйткәндәй, 2019 йылда Өфө өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн йорт-интернат базаһында “Именлек” республика геронтология үҙәге һәм уның ике бүлексәһе ойошторолдо. 2025 йылда Өфөлә ойошманың яңы корпусын асыу планлаштырылған. Ул “Демография” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа килгән.
Шөңгәккүл ауылында Радий Хәбиров урындағы, 1968 йылда төҙөлгән мәктәпте ҡараны һәм педагогик коллектив менән аралашты. Бында 283 бала белем ала, шул иҫәптән күрше ауылдарҙан да уҡыйҙар. Балаларҙы килтереү өсөн өс автобус ҡулланыла. 2023 йылда белем биреү ойошмаһында капиталь ремонт эштәре атҡарылған. Бынан тыш, төбәк етәксеһе урындағы район хакимиәте етәкселеге менән Шөңгәккүл ауылы үҙәк урамының хәл-торошо тураһында һөйләште. Республика етәксеһе муниципалитетҡа юлды ремонтлау мөмкинлектәрен ҡарау өсөн смета әҙерләргә ҡушты.
Фотолар, сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.