Бөгөн, 1 апрелдә, “Айыҡ ауыл” республика конкурсының йомғаҡлау этабы башланды. Дүрт көн дауамында Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән муниципаль этапта еңеү яулап, республика кимәленә сыҡҡан ауылдар үҙҙәренең еңеүгә лайыҡлы булыуын яҡлап сығыш яһаясаҡ.
Бөгөн “Башҡортостан” концерт залында “Бәләкәй ауылдар” номинацияһында һынау тотҡан ауылдарҙың делегациялары йыйылды. Уларҙың конкурсҡа ярашлы оҙайлы ваҡыт дауамында алып барған эшмәкәрлеген төрлө министрлыҡ, ведомство һәм ойошмалар вәкилдәренән торған абруйлы эксперт комиссияһы баһалай.
“Бәләкәй ауылдар” номинацияһында 13 ауыл республика этабына үтеп, үҙҙәрен иң-иңдәр булараҡ танытты. Улар береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, йәнлерәк һәм йәмлерәк сығыштар тәҡдим итте. Залда башҡорт йырҙары ла, удмурт таҡмаҡтары ла яңғыраны, фойела моңло көйгә ҡушылып йырлаусылар ҙа, дәртле бейеү көйөнә ритайымға төшөүселәр ҙә булды.
Конкурстың йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар үҙ төбәгеңдә айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалау йәһәтенән алып барылған эштәр, күләмле саралар, ғөмүмән, ауылдың бөгөнгө тормошон сағылдырған видеояҙма тәҡдим итте, эксперт комиссияһы ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе. Әммә иң төп һәм әһәмиәтле эштәр ауылдың үҙендә йыл дауамында тиерлек алып барыла һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолған “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең төп асылы һәм әһәмиәте лә ошо ауылдарҙың бөгөнгө тормош-көнкүрешендә, уларҙағы ыңғай үҙгәрештәрҙә асыҡ сағыла. Конкурста ҡатнашыусылар менән әңгәмә барышында һәр кем тиерлек был сараның халыҡты берләштереүен, ауыл тормошона йән өрөүен билдәләне.
Ейәнсура районының Кинйәбулат ауылы делегацияһы ла тап ошо хаҡта айырып әйтте.
– Кинйәбулатта берҙәм, тырыш халыҡ йәшәй. “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы бергәләп бик матур саралар үткәрҙек. Ауылдағы нәҫел тармаҡтарының шәжәрәләрен, ауыл тарихын өйрәнеү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарылды, был айырыуса йәш быуын өсөн файҙалы булды, тип уйлайым. Шулай уҡ ир-егеттәр ҡоро, саңғы ярышы, “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” тигән саралар ҙа халыҡты берләштерҙе, рухландырҙы. Әлбиттә, был эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк, - тине Ейәнсура районының Һүрәм ауылы биләмәһе башлығы Азамат Батыршин.
2 – 4 апрелдә “Башҡортостан” концерт залында урта, ҙур һәм эре ауылдарҙың делегациялары һынау тотасаҡ.
Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан һәм авторҙыҡы.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2024 #АйыҡАуыл2024 #ФСГОРБ