Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн наркоманлыҡ – бик ҡурҡыныс афәт. Шуға күрә һәр кемгә, бигерәк тә ата-әсәләргә үҙ балаларына, бигерәк тә үҫмер йәштәгеләренә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Ғәзиз ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ ҡайҙа, нисек, кем менән буш ваҡытын уҙғара — белеп тороғоҙ, артыҡ аҡсаһы килеп сыҡһа йәки унда яңы әйбер, заман техникаһы пәйҙә булһа, ҡайҙан алғанын асыҡлағыҙ, юғиһә балағыҙҙың киләсәге селпәрәмә килеүе бар, тип кәңәш итә хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, наркоманлыҡ проблемаһының бөгөн һәр кемгә ҡағылыуы ихтимал. Хәҙер йыш ҡына уның хаҡында ишетәбеҙ, күрәбеҙ, уҡыйбыҙ, хатта ошо афәт һөҙөмтәһендә төрлө фажиғәләрҙең теркәлеүенә шаһитбыҙ. Тотороҡһоҙлоҡ, хәүеф, асыҡһыҙлыҡ кеүек күренештәр бигерәк тә йәш быуын вәкилдәрендә наркотиктарҙы ҡулланыу осраҡтарына килтерә, ти белгестәр. Ә уның кеше һаулығы өсөн кире йоғонтоһо бик ҙур. Наркотик тәьҫиренән һуң кеше арыу-талыу, йоҡо килеү, кәйеү төшөү, патия кеүек тойғолорға дусар була. Был хәл байтаҡ көн дауам итеп, организмдың тағы ағыу һорауы бар икән.
Наркоманлыҡ – ул “аҡ” үлем юлы. Ул – донъялағы иң ҡурҡыныс һәм хәүеф-хәтәр янаған сирҙәрҙең береһе. Ул үҙенең “дуҫтар”ын упҡынға илтә, киләсәген томалай, ауыл яҙмыш юлдарына этәрә, ғүмерен бөтөрә. “Кәйеф күтәрәм” тип был алама ауырыуға юлыға күрмәгеҙ, яҡындарығыҙҙы унан һаҡлағыҙ, эргә-тирәләгеләргә уның хәүефе тураһында аңлатығыҙ, был һаҙлыҡҡа бата күрмәгеҙ.
Ғүмер – ул донъялағы иң төп хазина. Һәр көнгә ҡыуанып, ҡәҙерен белеп, ихлас йәшәүгә бер ни етмәй. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы “аҡ үлем”дең “ҡара шәүләһе” ҡаплай күрмәһен!
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.