Социаль мәсьәлә
7 Апрель 2025, 13:30

Берлектәге проекттар тормошҡа ашырыласаҡ

 Республика етәксеһе элекке “Талҡаҫ” шифаханаһы базаһында реабилитация үҙәге төҙөү проектын тәҡдим итте

Берлектәге проекттар тормошҡа ашырыласаҡБерлектәге проекттар тормошҡа ашырыласаҡ
Берлектәге проекттар тормошҡа ашырыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов менән осрашты. Көн тәртибендә –төбәктә социаль учреждениелар системаһын үҫтереү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу.

 Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән бергә кәңәшләшеп эшләй һәм өлкән йәштәгеләргә, инвалидтарға , балалы ғаиләләргә ярҙамға  йүнәлтелгән башланғыстарҙы тормошҡа ашыра.

– Беҙ федераль министрлыҡтың ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ. Беҙҙә дәүләткә ҡарамаған сектор уңышлы үҫешә. Республикала реабилитацияға  һәм техник реабилитация сараларына сертификаттар системаһын индерҙек. Элекке “Талҡаҫ” шифаханаһы базаһында реабилитация үҙәге төҙөү проектын тәҡдим итмәксебеҙ. Ул махсус хәрби операция ветерандары өсөн кәрәк буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.

 Магомед Абдулхәлимов үҙ сиратында республиканың федераль министрлыҡ менән бәйләнешен юғары баһаланы һәм төбәктең перспективалы тәҡдимдәрен хуплаясаҡтарына әҙерлеген белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас