Социаль мәсьәлә
7 Апрель 2025, 14:00

Фатир асҡыстары алып ҡыуандылар

"Фатирымды барып та күрмәгәнмен әле, әммә хыялымда күптән мин уның менән", ти Аделина.

Фатир асҡыстары алып ҡыуандыларФатир асҡыстары алып ҡыуандылар
Фатир асҡыстары алып ҡыуандылар

Быйыл улар етем балалар иҫәбенән  беренселәрҙән булып, ҡулдарына яңы фатир асҡыстарын алды. Аделина  Сафиуллина  фатир алыуға 16 йәштән тора, хәҙер ул  – студент,  21 йәштә. Баш ҡалала белем алғандан һуң мотлаҡ тыуған Салауат ҡалаһына ҡайтасағын белдерә, тип яҙа "Выбор" гәзите. “Хәҙер айырым фатирым булғас, һис һүҙһеҙ, яратҡан ҡалама йәшәргә ҡайтасаҡмын”, ти ул.

– Фатирымды барып та күрмәгәнмен әле, әммә хыялымда күптән мин уның менән. Нисек биҙәү, ниндәй төҫтәр, стиль һайлау тураһында уйлайым, күҙ алдыма килтерәм. Фантазияға баймын, – ти Аделина.

Былтыр Салауатта 27 йәш кеше яңы фатирлы булған. Етем балалар өсөн торлаҡ субвенциялар иҫәбенә алына – федераль йәки төбәк бюджеттары  средстволарынан. 2025 йыл өсөн был маҡсатҡа 47,5 миллион һум аҡса тотонолған.

Алдағы биш йылда фатир хужалары опека органдары  күҙәтеүендә буласаҡ. Яңы фатир хужаларының ҡайһы бер талаптарҙы үтәүе мотлаҡ. Закон сығарыусылар етемдәр өсөн  һатып алынған фатирҙар менән төрлө мутлыҡ осраҡтары ҡылынмаһын өсөн бөтә һаҡлыҡ сараларын үтәйәсәк.

Ольга Исакова фотоһы.

 

 

Фатир асҡыстары алып ҡыуандылар
Фатир асҡыстары алып ҡыуандылар
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас