Социаль мәсьәлә
7 Апреля 2025, 14:30

“Именлек” ишектәрен аса

Үҙәктә йәшәүселәр үҙҙәренә яҡшы шарттар тыуҙырғандары һәм иғтибарҙары өсөн республика етәкселәренә һәм үҙәк хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерҙе.

“Именлек” ишектәрен аса“Именлек” ишектәрен аса
“Именлек” ишектәрен аса

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов Рихард Зорге урамында урынлашҡан “Именлек”республика геронтология үҙәгенең яңы корпусында булды.  

 Үҙәк етәксеһе Зөлфирә Масҡулова әйтеүенсә, биш ҡатлы заманса бинала өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы социаль реабилитациялау өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған.

– Яңы корпус йылы коридор менән үҙәктең башҡа ике корпусын тоташтырған. Өс бина 297 кешегә иҫәпләнгән, ә яңы корпус – 50 кешелек, – тип белдерҙе учреждение етәксеһе.

 Ҡунаҡтар ашханала, дауалау физкультураһы залында, бассейнда, процедура кабинетында, тренажер залында булды. Дүртенсе ҡатта медицина һәм реабилитация блоктары урынлашҡан, бында табип һәм фельдшер эшләй. Шулай уҡ Өфөләге 50-се поликлиника табиптарының кабинеттары бар. Улар бында диспансерлаштырыу үткәрә. Бишенсе ҡатта – администрация блогы.

 Үҙәктә йәшәүселәр үҙҙәренә яҡшы шарттар тыуҙырғандары һәм иғтибарҙары өсөн республика етәкселәренә һәм үҙәк хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы өлкән быуын тураһындағы хәстәрлектең дәүләттең өҫтөнлөклө  бурыстарының береһе икәнлеген билдәләне.

– Бындай объекттар беҙгә күп кәрәк. Кешеләр опека, медицина хеҙмәтләндереүе аҫтында күп ваҡытын үткәрерлек үҙәктәр төҙөргә кәрәк. Бында шарттар бик яҡшы. Һеҙ ғүмерегеҙ буйы республика өсөн эшләнегеҙ һәм хәҙер һеҙҙең турала хәстәрлек күреү беҙҙең бурыс, – тине Радий Хәбиров.

Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов  “Именлек” геронтология үҙәгенең мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

– Социаль учреждениелар тап шулай уңайлы, хәүефһеҙ, йәмле булырға тейеш. Был ҙур төҙөлөштө финанслауҙа Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ҡатнашты. Был маҡсатҡа  “Демография” милли проекты буйынса 305 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде, – тип белдерҙе ул.

Радий Хәбиров һәм Магомед Абдулхәлимов “Социаль такси” хеҙмәте автопаркында ла булды. Автопаркта барлығы һигеҙ машина, уларҙың береһе терәк- хәрәкәт аппараты сирҙәренә дусар ауырыуҙарҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән.Ҡунаҡтар шулай уҡ  Башҡорт дәүләт медицина университетының үҙәктә асылған  кафедраһында студенттар менән осрашты.

 Фото:Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас