“Республика Башкортостан” гәзите хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта 20 йәшлек курьер ҡулға алынған. Ул мессенджерҙа эш тапҡан – ғәшиштең ҙур партияһын һатырға уйлаған. Уның бер нисә дозаһын алғандар, өйҙә 70 грамдан күберәк наркотик, электрон үлсәү, банк картаһы, фасовкалау өсөн ҡапсыҡтар булған.
Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса подразделениеның иҫәбендә - 3568 үҫмер. 2023 йыл менән сағыштырғанда, 1398-гә күберәк. Күбеһе төрлө төркөмдәрҙә тора.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Полицияның участка уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса подразделениелары идаралығы етәксеһе Константин Павленконың хәбәр итеүенсә, наркотиктар һатыусы йәштәр үҙҙәре уларҙы ҡуллана һалмай, ҡулға алынғандар араһынан икәүһе наркотик ҡулланған. Үҙҙәренә күп аҡса түләргә вәғәҙәләүҙәре тураһында һөйләгәндәр.
Былтыр урта махсус белем биреү ойошмаларында белем алыусылар тарафынан 432 енәйәт ҡылынған. Был, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 90 фактҡа күберәк. Былар, нигеҙҙә, урлашыу, наркотиктар, кеше ғүмерен ҡыйырға тырышыу, көсләү, юл-транспорт фажиғәһе, йәмәғәт хәүефһеҙлеген боҙоу.
Үҫмерҙәр араһында енәйәт ҡылыу осраҡтары Өфө ҡалаһының Калинин, Октябрьский, Совет, Орджоникидзе райондарында, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында, Архангел, Дыуан, Йәрмәкәй, Нуриман һәм Федоровка райондарында артҡан.
Баланың наркотиктар һатыусылар ҡулына эләгеүен нисек аңларға?
Беренсе билдә - ҡулына килеп эләккән ҙур ғына сумма аҡсаның нисек барлыҡҡа килеүен аңлата алмай.
Икенсеһе - өйҙән йыш юғала башлауы йәки уҡыуға ике-өс сәғәткә иртәрәк китеүе һәм һуңыраҡ килеүе. Бәлки, мөхәббәтен тапҡандыр, әммә тикшерергә кәрәк.
Өсөнсөнән – кейенеү стиленең үҙгәреүе. Элек сағыу кейемдәр кейһә, хәҙер ҙур балаҡлы ҡара ыштан, капюшонлы куртка кейеүе, ҡара рюкзак тағыуы.
Дүртенсенән – телефонына яҡын юлатмай, ә телефонын һорау ҙур ғауға тыуҙыра.
Бишенсеһе - өйҙә ҡапсыҡ, үлсәү, скотч һәм башҡа әйберҙәрҙең барлыҡҡа килеүе.
Айҙар ЗӨБӘЙЕРОВ, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары, полиция генерал-майоры:
- Былтырҙан – республиканың Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия рәйесемен. Шуға күрә был тема миңә бик яҡшы таныш. Һәм билдәләнгәндәрҙең барыһы ла мотлаҡ үтәләсәк. Әлбиттә, проблеманы тиҙ генә ҡуҙғатып булмаясаҡ. Шуға күрә эшкә эшмәкәрлеге бәлиғ булмағандар менән бәйле ведомстволарҙы һәм ойошмаларҙы йәлеп итәбеҙ. Шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт советы ағзалары ярҙам итә.
Рафаил ДИВАЕВ, Башҡортостан Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе:
- Иҫәптә, күҙәтеүҙә торған һәм элек суд ҡарамағында булған бәлиғ булғандар менән планлы эште яңыртыу мотлаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы бер нисә йылда ведомствола личный составты 32 процентҡа кәметтеләр, йәмәғәтселек менән эшләүҙе лә нулгә тиңләнеләр. Минеңсә, урындарҙа, өҫтән фарман көтмәйенсә, эште ойошторорға була. Иҫкәртеү йәһәтенән башланғысты күрһәтеү өсөн кем беҙгә ҡамасаулай?
Автор: Нэдда Пухарева.
Сығанаҡ, фото: https://resbash.ru/articles/pravo/2025-04-10/detki-vybirayut-kletku-4191541