Социаль мәсьәлә
10 Апрель 2025, 03:41

Капремонт өсөн хаҡ ни өсөн артасаҡ?

Быйылғы 1 майҙан Башҡортостана капиталь ремонт өсөн тарифтар үҙгәрәсәк.

Капремонт өсөн хаҡ ни өсөн артасаҡ?Капремонт өсөн хаҡ ни өсөн артасаҡ?
Капремонт өсөн хаҡ ни өсөн артасаҡ?

Быйылғы 1 майҙан Башҡортостана капиталь ремонт өсөн тарифтар үҙгәрәсәк.

Иң аҙ иғәнә түбәндәгесә тәшкил итәсәк:

квадрат метрына 12,5 һум – алты ҡатҡа саҡты булған өйҙәр өсөн;

квадрат метрына 13,2 һум – алты ҡаттан бейегерәк булған йорттар өсөн.

Ни өсөн тариф арттырылды:

төҙөлөш материалдары һәм эштәренең хаҡы артыу сәбәпле. Аҙ иғәнә ремонт хаҡын тулыһынса ҡаплай алмай, шуға күрә ремонтланған йорттар һаны кәмей;

авария ихтималлығы арҡаһында. Йортто ваҡытында ремонтламаһаң, йәшәүселәр өсөн хәүефле хәлдәр тыуырға мөмкин;

аҡса булмау сәбәпле, ремонт эштәрен кисектерергә тура килә.

Иғнәләрҙе индексациялау планлаштырылған эш күләмен һаҡларға, шулай уҡ уларҙың сифатын һәм үтәлеү ваҡытын тейешенсә тоторға форсат бирә.

Фото: “Объясняем. РФ Башҡортостан” сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас