Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең үҫеше тикшерелде. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың медицина округтары базаһында туғыҙ муниципаль-ара ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе булдырылған, 77 структур бүлексә, шул иҫәптән 28 ярҙамсы станция һәм 49 ашығыс медицина ярҙамы пункты эшләй. 2024 йылда бригадалар бөтәһе 1,1 миллиондан ашыу саҡырыуҙы хеҙмәтләндергән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостанда “112” хеҙмәте менән интеграцияланған яңыртылған ашығыс ярҙам автоматлаштырыу системаһы файҙаланыуға тапшырылды. Ул, атап әйткәндә, абоненттың урынын билдәләргә һәм автоматик рәүештә бригадаға уның килеү ваҡыты оптималь булған бригада тәҡдим итергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ медицина учреждениеларында буш койкалар һәм операция өҫтәлдәре булыуы тураһында мәғлүмәт күрһәтә.
– Дөйөм хеҙмәтләндереү ваҡытын ҡыҫҡартыу функционалды яңыртыу һөҙөмтәһе булды. Ә пациентҡа 20 минутҡа тиклем барып еткән шылтыратыуҙарҙың һаны 92 процентҡа тиерлек етте, – тине Айрат Рәхмәтуллин.
Министр билдәләүенсә, һуңғы өс йылда Башҡортостанда ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре һаны 18 процентҡа артҡан.
– Республикала бөтәһе 23 табип һәм 324 фельдшер ашығыс ярҙам бригадаһы эшләй, - тип өҫтәне министр. – Йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү өсөн даими рәүештә республиканың һәм күрше төбәктәрҙең медицина колледждарында осрашыуҙар һәм мәғлүмәт кампаниялары үткәрәбеҙ. Бынан тыш, Башҡортостанда ашығыс ярҙам инфраструктураһын яңыртыу буйынса ҙур эш алып барыла. Атап әйткәндә, 2019-2023 йылдарҙа федераль ярҙам арҡаһында ашығыс ярҙам автомобилдәре паркы 206 берәмеккә яңыртылды – хәҙер улар 481.
2025 йылға пландарҙа медицина документацияһын тулыһынса электрон төрҙә алып барыуға күсеү, шулай уҡ яһалма интеллект ҡулланып ЭКГ-ны дистанцион тапшырыу һәм автоматик рәүештә “уҡыу”.
Башҡортостан Башлығы ил Президенты Владимир Путиндың ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен кадрҙар менән комплектлау буйынса йөкләмәһен үтәү барышын ыңғай баһаланы һәм улар өсөн уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыуҙы дауам итергә кәрәклеген билдәләне.
– Дөйөм алғанда күрһәткестәр яҡшы, алға хәрәкәт бар. Әммә тағы ла башҡараһы эштәр ҙә бар, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бөтә башланғыстарҙа ла ярҙам итергә әҙербеҙ. Табиптарҙың, фельдшерҙарҙың, ашығыс медицина ярҙамы водителдәренең эше бик ҡатмарлы. Улар айырым иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.