Социаль мәсьәлә
15 Апрель 2025, 06:00

Балалар торлаҡлы булды

Аталары эшкә киткәнендә бер кем дә иртәгәһенә алты баланың үкһеҙ етем ҡалырын күҙ алдына ла килтермәй, әлбиттә.

Балалар торлаҡлы булдыБалалар торлаҡлы булды
Балалар торлаҡлы булды

Бәлә тәҙрә шаҡып килмәй, ул бер кемдән рөхсәт һорап тормай, һинең йөрәгеңде йыртып, йортоңа бәреп килеп инеүсән... Сибай ҡалаһында йәшәгән Солтановтар ғаиләһе үткән йылдың декабрь айында тап шундай көтөлмәгән тетрәндергес ваҡиғаға шаһит булып, әле һаман уның эҙемтәләренән арына алмай. Йөрәк яралары тиҙ уңалмаясаҡ, һыҙланыуҙар йәһәт кенә баҫылмаясаҡ әле. Аталары күрше райондағы шахтаға вахта ысулы менән үткән йылдың 1 декабрендә эшкә киткәнендә бер кем дә иртәгәһенә алты баланың үкһеҙ етем ҡалырын күҙ алдына ла килтермәй, әлбиттә.

 Ғаиләгә аталарының йөрәк сиренән вафат булыуын 2 декабрҙә хәбәр итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай кинәт килгән ауыр ҡайғыны һәр кем күтәрә алмай, ирҙең ҡатыны ла йөрәк өйәнәгенән бөгөлөп төшә, йөрәк тимер түгел шул. Алты бала бер юлы ун көн эсендә атайһыҙ ҙа, әсәйһеҙ ҙә ҡала. ”Шундай матур ғаилә ине. Ике бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алып, һәйбәт итеп йәшәгәндәрен беләм. Балалары тәрбиәле, баҫалҡы,төҫкә-башҡа матурҙар. Бына тигән күркәм ғаилә, тип һоҡлана торғайныҡ., – тип оло ғаилә ағзалары менән таныштыра Сибай ҡала округы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Ирина Михайловна Сидоренкова. – Эльвинаға туғандары өҫтөнән опека рәсмиләштерергә ярҙам иттек. Ул бик эшлекле ҡыҙ, хәстәрлекле, тырыш. Ғөмүмән, балалар үҙ-ара татыу, ярҙамсыл. Беҙ быны Яңы йыл шыршыһы байрамына уларҙың йыйылышып, ҡурсаҡтай матур кейенешеп, прическалар яһап килеүенән үк күреп, ”ҡалай күркәм ғаилә был Солтановтар”, тип һоҡланғаныбыҙ иҫтә. Эльвина туғандарын  ярата, уларҙың һәр береһе өсөн йән ата.

Оло ғаиләнең бер юлы атайһыҙ ҙа, әсәйһеҙ ҙә ҡалған осорҙа нимә кисереүен, ниндәй ауыр уйҙарға бирелеүен аңлап була, әлбиттә. Үҙ торлаҡтары булмауы мәсьәләне тағы ла тәрәнәйтә. Өлкән балаларҙың кескәй туғандары өсөн ҡаҡса иңдәренә тауҙай яуаплылыҡ алыуҙары, атай-әсәй ролен үтәргә тейешлеген йәш йөрәктәре менән ҡабул итеүе үҙе батырлыҡ. Рәсәй баҡыр компанияһы Хәйриә фондының терәкһеҙ, ярҙамһыҙ ҡалған алты балаға дүрт бүлмәле фатир бүләк итеүе көтөлмәгән шатлыҡ ҡына түгел, ә яңы тормош башлауҙа көслө этәргес тә булыр, тип уйлайбыҙ.

Иркен фатир уңайлы инфраструктуралы биш ҡатлы йортта урынлашҡан, яҡында ғына балалар баҡсаһы, өс йөҙ метр арала – мәктәп. Балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиникалар ҙа эргәлә генә. Ғөмүмән, йәшәү өсөн кәрәкле социаль учреждениелар, туҡталыш, магазиндар бик яҡын. Эльвина Солтанова әйтеүенсә, яңы фатир барыһына ла оҡшаған. ”Беҙ бөтә йыһаздарҙы килтереп бөттөк тиерлек. Бәләкәй туғандарыма фатир айырыуса ныҡ оҡшаны, улар инеү менән бүлмәләрҙе бүлешеп алып бөттө. Мәктәпте алыштырырға тура килеүенә улар көйөнмәй. Эргәлә генә лицей, унда ҡыҙҙарҙың  дуҫтары күп. Шуға күрә уларҙың лицейға күсергә теләктәре бик көслө. Бына шулай аҡрынлап көнкүреште яйға һалырға һәм үҙаллы йәшәргә өйрәнәбеҙ”, – ти Эльвина.

Рус баҡыр компанияһы Хәйриә фонды етәксеһе Мария Горшкова оло ҡайғы кисергән ғаиләгә үҙҙәренең ярҙамға килеүен былай тип аңлатты: “Балалар иҫ киткес ҙур фажиғә кисергән, шуға күрә беҙ ваҡытынан алда өлкәнәйергә мәжбүр булған балаларҙың көнкүреш ауырлыҡтары менән осрашыуын күреп, уларға ярҙам итергә булдыҡ. Яңы фатирҙа ремонт эшләнгән, яңы сантехника, плитә ҡуйылған, ишек алдында гарнитур һәм кухня бар. Балалар үҙҙәренең йыһаздарын килтерәсәк. Яңы торлаҡта ғаиләгә уңайлы булыр тип уйлайбыҙ”.

Рус баҡыр компанияһының Хәйриә фонды 2005 йылда булдырылған. Ошо осорҙа Фондтың ярҙамынан 400 меңдән ашыу кеше файҙаланған. Ул онкология сирҙәре һәм ишетеү һәләте боҙолған балаларға ярҙам итеүҙә махсуслашҡан. Ойошма Свердлов һәм Силәбе өлкәләрендәге онкология үҙәктәре менән даими нигеҙҙә хеҙмәттәшлек итә, ата-әсәләр менән бәйләнештә һәм заманса ишетеү аппараттарын алыуға аҡса түләй. Фонд онкология сирҙәренә дусар өс мең балаға ярҙам күрһәткән дә инде. Ә ишетеү һәләтен тергеҙеү өсөн меңдән ашыу һанлы күп каналлы аппарат һатып алынған. Бынан тыш, Хәйриә фонды медицина өлкәһендә программаларҙы тормошҡа ашыра, социаль, мәҙәниәт, спорт һәм мәғариф проекттарын эшләй, ауыр тормош хәленә юлыҡҡан кешеләргә һәм ветерандарға ярҙам итә. 20 йыл эсендә Рус баҡыр компанияһы Хәйриә фонды иң яҡшы донъя клиникаларында ҡиммәтле операциялар үткәреүҙә һәм дарыуҙар һатып алыуҙа ярҙам итеп, меңәрләгән бала ғүмерен ҡотҡарҙы. Фондтың төп бурыстары ҙур һәм әһәмиәтле: йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен һәм ғаилә ролен нығытыу; сәләмәт йәшәү рәүешен һәм киң күләмле спортты йәйелдереү; ауыр тормош хәленә юлыҡҡандарға ярҙам итеү; халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты, тыныслыҡты һәм берҙәмлекте һаҡлау. Социаль селтәрҙә Фондтың инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә һәм аҙ килемле пенсионерҙарға ярҙам итеүе, кеше ҡайғыһына битараф булмауы, даими хәстәрлек күреүе тураһында халыҡтан йылы фекерҙәр күп. “Һеҙҙең булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә ҡарап, яңғыҙ түгеллегебеҙҙе аңлайбыҙ!”, – тигән һүҙҙәрҙән дә ихласыраҡ мөнәсәбәттең булыуы мөмкин түгел.

Нияз Мирхәйҙәров фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас