Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайында “Рәсәй Федерацияһы төбәктәре миҫалында демография проблемаларын хәл итеү тәжрибәһе” тигән түңәрәк өҫтәл үткәрелде
Сараны парламент Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы. Уның әйтеүенсә, демография мәсьәләләрен хәл итеү власть органдарының төп бурыстарының береһе булып тора. “Был теманың мөһимлеген Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғатнәмәһендә бер нисә тапҡыр билдәләне һәм был күрһәтмәләр ил үҫешендә демография сәйәсәтен яҡшыртыу йүнәлешен бирә”, – тине Константин Толкачев.
Депутаттар Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте раҫлаған “Рәсәй Федерацияһында ғаилә һәм демография сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, күп балалыҡҡа ярҙам итеү буйынса эш стратегияһы”н тормошҡа ашырыу буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡараны.
Түңәрәк өҫтәл эшендә Рәсәй Фәндәр академияһының Демографик тикшеренеүҙәр институты директоры урынбаҫары, Демография өлкәһендә кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү буйынса координация үҙәге етәксеһе Тарама Ростовская ҡатнашты. Уның сәфәренең маҡсаты – Башҡортостанда демографияны өйрәнеү буйынса Волга буйы федераль округындағы беренсе үҙәк асыу.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ирина Небогатова төбәктә демография хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән корпоратив демография сәйәсәтенең төбәк стандартына ҡул ҡуйылыуы тураһында һөйләне. Өфө фән һәм технологиялар университетының Ғилми социаль һәм демографик тикшеренеүҙәр лабораторияһы мөдире Рим Вәлиәхмәтов университетта корпоратив демография сәйәсәтен индереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайты.