Ҡалтасы районының Александровка ауылында йәшәгән был татыу, тоғро, хеҙмәт һөйөүсән ғаилә күптәргә таныш. Владимир Павлович Быков һәм уның тәрбиәгә алған ҡыҙҙары Анастасия һәм Диана, үҙенең өлкән балалары Виктор, Ольга, Екатерина ғаиләнең үҙ-ара ярҙамдан һәм хәстәрлектән башланыуын үҙҙәренең яҙмышында раҫлай.
Ирле-ҡатынлы Зинаида һәм Владимир Быковтар 37 йыл никахта йәшәп, өс бала тәрбиәләп үҫтерә. 2007 йылда үҙ әсәләре баш тартҡан йәш ярымлыҡ Анастасияны һәм тағы бер йылдан бер йәшлек Диананы опекаға алалар. Етемдәргә бәхет йылмая, уларға бына тигән ғаиләлә үҫеп буй еткерергә мөмкинлек тыуа. Ғаилә иркен ағас йортта йәшәй, йәшелсә һәм еләк-емеш баҡсаһы, умарталыҡ – дөйөм хеҙмәт һөҙөмтәһе. Йорт хужаһы ауыл хужалығы һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнә, ә ҡыҙҙары һәр эштә ярҙамсы. Ергә һөйөү һәм яуаплылыҡ – барыһы ла ата-әсәнән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зинаида Яковлевна, барыһын да оло ҡайғыға һалып, бынан дүрт йыл элек яҡты донъянан китә. Владимир Павлович фажиғәне ирҙәрсә сабыр кисереп, ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүен дауам итә. Ғаиләлә бер-береһенә тәрән ышаныс, дисциплина, ихласлыҡ хөкөм һөрә. Өлкән балалары Омск, Екатеринбург ҡалаларында йәшәй, йыл һайын атай йортона һағынып ҡайта һәм һеңлекәштәренә төрлө ярҙам күрһәтә.
Атай кеше балалары менән сикһеҙ ғорурлана, “барыһы ла үҙемдең ҡыҙҙарым”, ти. Хәҙер инде йәш ярымлыҡ ҡына булып ғаиләгә килеп ингән Анастасия - Свердловск педагогия колледжы студенты, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” белгеслеге буйынса белем ала. Ә Диана 11-се класта яҡшы уҡый, футбол буйынса райондың йыйылма командаһында уйнай, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Ғаилә башлығы ауылда хөрмәт һәм абруй менән файҙалана, йыш ҡына уға кәңәш менән мөрәжәғәт итәләр. Ҡунаҡсыллыҡ, тотороҡлоҡ һәм тыныс мөхит хакимлыҡ иткән йортта ҙур юғалтыуҙан һуң да бәхет тойғоһо һүнмәгән. Был ғаиләнең тарихы – һөйөү, сабырлыҡ һәм хеҙмәттең нисек йортто ныҡлы ҡәлғәгә, ә балаларҙы изгелекле һәм уңышлы кешеләргә әүерелдереү тураһында.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.