

Илморат Салауат улы Иҙрисовтың Өфөнән эштән ҡайтҡан мәленә тап килдек. Хәҙерге заманда йәштәрҙең ауылда йәшәп, ҡалала эшләп донъя көтөүҙәре ғәжәп түгел. Егет ғаиләһе менән Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында йәшәй. Баш ҡала менән ара алыҫ ҡына булыуына ҡарамаҫтан, ғаилә башлығы эшенән ҡәнәғәт.
– Бер аҙна Өфөлә водитель булып эшләйем дә тағы бер аҙнаға ғаиләм эргәһенә ҡайтам. Кәләшем мин ҡайтыуға эштәрҙе планлаштырып, әҙерләп ҡуя, ял итергә ирек бирмәй инде ул Алһыу, – тип шаярта йор һүҙле Илморат. – Ситтә эшләү яйһыҙ кеүек тойолһа ла, күнектек инде, предприятие йәшәү өсөн урын менән тәьмин итә. Был йәһәттән дә уңайлы. Эш хаҡын ваҡытында түләйҙәр. Ауылда мәшәҡәттәр етерлек, шулай ҙа өлгөрөргә тырышабыҙ.
Ғаиләлә дүрт бала үҫә. Өлкәндәре, 16 йәшлек Ангелина баш ҡалала Эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжының 1-се курсында уҡый. Әсәһе Алһыу Мансур ҡыҙы әйтеүенсә, тәүҙәрәк Ангелина ауылды һағынып, йыш ҡайтырға ашҡынып торһа, хәҙер ҡыҙҙың студент тормошона ылығып китеүен, күңеленә ятҡан шөғөлдәр табыуын, ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыуын, яҡшы уҡыуын билдәләне.
Ҡыҙҙары Аделинаға – ете, улдары Илфатҡа – өс, Ирханға ни бары ярты йәш. Балалар ҡул аҫтына инеп, ярҙам итерлек булмаһа ла, ата-әсә ғаилә мәшәҡәттәре күплегенә көйөнмәй. “Бөтәһе лә үҙ яйы менән бара. Миҙгелгә ярашлы эштәрҙе ваҡытында башҡарыу яғын ҡарайбыҙ. Ҡар ирей башлау менән мөгәрәптән умарталарҙы сығара һалдыҡ. Еүештә оҙаҡ тоторға ярамай. 24 умартабыҙ бар. Былтырғы ямғырлы йыл әллә ни шатландырмаһа ла, бал уңышы ҡәнәғәтләнерлек булды. Ағай-эне, таныш-тонош етерлек, үҙҙәре килеп ала”, – ти Илморат.
– Атайым шәп умартасы ине, – тип һүҙгә ҡушыла ҡатыны Алһыу. – Бәләкәйҙән геүләп торған бал ҡорттары, умарталар араһында үҫтем. Хәтеремдә, әле мәктәпкә уҡыуға ла төшмәгәнмен, атайым мине баҡсала ултырғысҡа баҫтырып, ҡулыма күрек тоттороп, төтөн өрҙөрөргә ҡушты. Яйлап балдың ни өсөн шулай татлы булыуын аңлап үҫтем. Хеҙмәт һалмайынса бер эштең дә барып сыҡмаясағын бала саҡтан өйрәтеп үҫтерҙеләр.
Әсә әле декрет ялында. Ике балаһы балалар баҡсаһына йөрөүе уның өсөн бик уңайлы. Машина йөрөтә белеүе лә күп мәсьәләләрҙе еңел хәл итергә булыша. Ихатала тракторҙың һәм ике машинаның ялтырап ултырыуына инеү менән күҙ һалғайныҡ инде. Ә аҙбарҙағы “бестужев” тоҡомло биш һыйырҙы нисек һауырға өлгөрә икән хужабикә?
– Һәүкәштәрем беҙҙе аҡса эшләргә өйрәтә. Көн һайын һөт йыйыусы эшҡыуарға 15 литр тирәһе һөт тапшырам, йәйен күберәк тә тапшырып була. Ошо эште ойошторған ауылдашыбыҙ Ильяс Вәлитовҡа рәхмәтебеҙ ҙур, сәғәт 7-лә килеп тә етә, бер беҙ генә түгел бит, башҡаларҙы ла урап сығырға кәрәк. Ауылда нисек эшһеҙ ятмаҡ кәрәк? Төрөмбәттәрҙең ихатаһына күҙ һалығыҙ, һәр береһендә тиерлек трактор һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы. Шәхси машиналар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Йәй башында килһәгеҙ, Өршәк буйында, ауыл урамдарында эркелеп йөрөгән ҡаҙ-өйрәктәрҙе күреп аптырарһығыҙ. Ауылдаштарым бик егәрле, яҙ башынан бәпкәләр һатып алып, уларҙы көҙгәсә тәрбиәләп үҫтерә, ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫрай. Беҙ ҙә ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Илморат эштән ҡайтыуға мин уға башҡараһы аҙналыҡ эштәрҙе “өйөп” ҡуям, – ти уйынлы-ысынлы хужабикә. – Эйе, ауылда мәшәҡәт бик күп, әммә бер-береңде тыңлап, ярҙамлашып донъя көткәндә барыһын да хәл итеп, өлгөрөп була.
Күп бала тәрбиәләүҙең бер ҡыйынлығын да күрмәй ғаилә. “Балалар менән өй йәмле, тормошобоҙҙоң мәғәнәһе бар”, ти улар. Йортта бөтә уңайлыҡтар булдырылған – газ, ут һәм һыу индерелгән. Хужалыҡ мәшәҡәттәрен башҡарыуҙа хужаның “уң ҡулы” трактор һәр саҡ көйлө.
“Ағайым Илнур Иҙрисов та ҡатыны менән дүрт бала тәрбиәләй. Атай-әсәй бурысы уларҙы ҡурҡытмай. Ауылда эш булмағас, ағайым да минең кеүек баш ҡалаға йөрөп эшләй, әммә ауылда йәшәүҙе хуп күрә. Шулай яйын табып, бал ҡортондай уңғанлыҡ менән донъя көткән ғаиләләр етерлек Төрөмбәттә”, – ти Илморат.
Ауылда ла бына тигән итеп йәшәп була, тип иҫәпләй геройҙарым. Улар быны көндәлек хеҙмәттәре, матур тормоштары, яҡты уй-пландары менән раҫлай.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Илморат менән Алһыуҙы мәшәҡәттәр ҡурҡытмай.
Умарталар ҡар ирей башлау менән баҡсаға сығып ултырған.