Социаль мәсьәлә
25 Апрель 2025, 06:30

Гүзәл коляскалы булды

"Мин яңынан урамға сыға алам!" - ти ул. Ә бит Мәскәүгә алып барып ремонтлатыр өсөн генә лә 100 мең һум кәрәк ине...

Гүзәл коляскалы булдыГүзәл коляскалы булды
Гүзәл коляскалы булды

Гүзәл Нурғәлиева үҙенә изгелек эшләгән яҡташтарына рәхмәт белдереп,  “Туймазинский вестник” гәзитенә мөрәжәғәт иткән.   Ул үҙенең бары коляскала хәрәкәт итеүен, үткән йыл аҙағында электр коляскаһының ватылыуы тураһында һөйләгән.

– Ныҡ боҙолғайны, йүнәтерлек түгел. Дуҫтарым, таныштарым аша мастер эҙләп ҡараным, бер кем дә эшкә тотонорға баҙнат итмәне.  Бары Мәскәүҙәге сервис үҙәгендә ярҙам итергә теләк белдерҙеләр. Тик 100 мең һумдан ашыу аҡса һоранылар, – тине ҡатын.  

Элек бергә эшләгән хеҙмәттәше  Рәзилә Хажиева ни өсөн уның урамда күренмәүе менән ҡыҙыҡһынғас, ҡатын хәлде аңлатып бирә. Рәзилә  блогерҙың ҡыҙына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Шулай итеп, миһырбанлы, кеше хәленә инә белеүсе яҡташтары ярҙамында 136 мең һум аҡса йыйыла. Был сумма колясканы ремонтлауға ла, Мәскәүҙән килтереүгә лә етә.

– Миңә класташтарым Вәсилә Фәррәхова һәм Зилә Прокопьева  ныҡ ярҙам итте, социаль хеҙмәткәр Вәлиә Фәйезова, Флорид Харисов, Илһам Миңлебаев, Әлмира, Халибек һәм Руслан Ширияздановтар, злекке хеҙмәттәштәрем Наталья Рыбакова, Марина Вәлиева, Гөлсинә Нурғәлиева һәм башҡалар ярҙам ҡулы һуҙҙы. Мин бөтәһенә лә рәхмәтлемен. Коляскамды йүнәттеләр. Мин яңынан урамға сыға алам. Ниндәй бәхет был!– тип шатлығы менән уртаҡлашты Гүзәл.

Фото:”Туймазинский вестник” сайтынан.

.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас