Социаль мәсьәлә
25 Апреля 2025, 21:25

Бәхеттәре дүртәү уларҙың

Регина һәм Илшат Лоҡмановтарҙы министр ҙа ихлас ҡотлаған.

Бәхеттәре дүртәү уларҙыңБәхеттәре дүртәү уларҙың
Бәхеттәре дүртәү уларҙың

Башҡортостанда балалар тәрбиәләүҙәге, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙағы һәм ата-әсә бурысына тоғролоғо өсөн  туғыҙ меңдән ашыу ғаиләнең хеҙмәте наградалар менән билдәләнгән.

Благовар районында йәшәүсе Регина һәм Илшат Лоҡмановтар Рәсәй Президенты Указы менән “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы менән наградланды.

Ғаилә башлығы Илшат Илдар улы крәҫтиән-фермер хужалығына етәкселек итә, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Томош иптәше Регина Рим ҡыҙы – тарих уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы. Улдарының дүртеһе лә спорт менән шөғөлләнә. Асҡар, Ислам, Аслан һәм Илһам ижади, ғилми конкурстарҙа ҡатнаша, яҡшы уҡыу менән бергә ата-әсәһенә ярҙам итергә ваҡыт та таба.

 Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ата-әсәне юғары награда менән ҡотлап, балаларының һәр саҡ  ныҡлы терәк булыуын  һәм уңыштары менән шатландырып йәшәтеүен теләгән.

“Башҡортостанда балаларын лайыҡлы тәрбиәләүҙә, ғаилә институтын нығытыуҙа ҡаҙаныштарға өлгәшкән 45 ғаилә Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Улар – республикабыҙҙың мәҙәниәт һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, яҡшы тәрбиә биргән, традицияларға хөрмәт өлгөһө күрһәткән күп бала үҫтергән ғаиләләр. Беҙҙең республикала һәр өсөнсө баланың күп балалы ғаиләлә тыуыуын да билдәләгем килә”, – тип министр юғары наградаға лайыҡ булған Лоҡмановтарҙы ихлас ҡотлап, уларға именлек, һаулыҡ теләгән.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас