

2019-2024 йылдарҙа Башҡортостандың 54 районында һәм һигеҙ ҡалаһында “Демография” милли проекты сиктәрендә йәмәғәт һаулығын нығытыу буйынса муниципаль программалар тормошҡа ашырылды (2025 йылдан – “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты). Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
– Программаларҙың төп маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн шарттар булдырыу, район хакимиәтенең ведомстволар, шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмалар менән берлектә эшләү, – тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.
Саралар иҫәбендә – спорт, туристик һәм экологик объекттарҙы төҙөкләндереү, физик культура менән шөғөлләнеү өсөн зоналар булдырыу, йәмәғәт киңлектәрен йәшелләндереү, шулай уҡ ижади түңәрәктәр һәм клубтар ойоштороу.
Программаларҙы тормошҡа ашырыу лидерҙары иҫәбендә министр Өфө, Нефтекама, Сибай, Октябрьский, шулай уҡ Ишембай һәм Краснокама райондарын атаны.
Йәмәғәт һаулығын нығытыу буйынса саралар корпоратив кимәлдә лә ойошторола. Иң уңышлы тәжрибәләрҙе “Пакер” ғилми-производство фирмаһы, “Башҡортостан генерациялау компанияһы”, республика йәмәғәт һаулығы һәм медицина профилактикаһы үҙәге, Республика клиник фтизиопульмонология үҙәге тормошҡа ашыра.
– Муниципаль программаларҙы ғәмәлгә ашырыу осоронда сәләмәт йәшәү рәүеше мәсьәләләре буйынса медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итеү 20 тапҡырға артҡан, һимереү менән сирләүҙең үҫеш темптары 1,5 тапҡырға кәмегән, – тине Айрат Рәхмәтуллин.
2025 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты структураһына ингән “Һәр кем өсөн һаулыҡ” яңы федераль проекты старт ала.
Уның маҡсаты – 2030 йылға сәләмәт тормош рәүеше алып барыусы халыҡтың өлөшөн 1,5 тапҡырға арттырыу. Проект сараларын муниципаль кимәлдә лә тормошҡа ашырыу башланасаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.