

Бөгөн республикабыҙҙа йәшәгән һәр ғаиләне матур, мөһим һәм һәр беребеҙҙе берләштереүсе байрам менән ҡотлайбыҙ.
Ғаилә - ул йәшәү мәғәнәһе, таяныс, йолалар һәм яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыусы сығанаҡ.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда бер миллиондан ашыу ғаилә йәшәй. Уларҙың 472 меңе - балалары булған ғаиләләр.
59 меңе – күп балалы ғаиләләр. Был – Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урын.
Башҡортостандағы һәр өсөнсө сабый күп балалы ғаиләлә тыуа.
Башҡортостандағы етем балаларҙың 93,9 проценты ғаиләлә йылылыҡ тапҡан. Был - 9093 бала.
9501 ғаиләгә бала тәрбиәләүҙәге ҡаҙанышы өсөн дәүләт наградалары тапшырылған.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.