

Бынан 37 йыл элек республикала барлыҡҡа килгән Балалар фонды иң гуманлы йәмәғәт ойошмаларның береһе, ҡатмарлы үҙгәртеп ҡороуҙар йылдары емеше булды. Уның тәүге көндәренән ең һыҙғанып эшкә тотонған, фондтың алыштырғыһыҙ етәксеһе Нина Федоровна Федянина менән танышыу, ошо ойошма эшендә тығыҙ ҡатнашыу мөмкинлеге тейҙе.
Өс кенә ҡатын-ҡыҙ алып барған ойошма башҡарған эштәр ҡолас еткеһеҙ ине. “Инвалид балалар”, “Һаңғырау балалар”, “ Балалар диабеты”, “ Ашығыс социаль ярҙам” кеүек программаларҙан тыш, “Йылы йорт” тип аталғаны фондтың тәүге көндәренән эш башланы. Ойошма балалар йорттары, интернаттар, махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеларын попечителлеккә алды, йөк машиналары, автобустар бүләк итте, финанс ярҙамы күрһәтте. Партия органдарында эшләп, ҙур тәжрибә туплаған, яҡшы ойоштороусы, кеше менән тиҙ уртаҡ тел табыусан етәксе Нина Федоровна матбуғат баҫмалары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне, беҙҙең “Башҡортостан” гәзите ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә ихлас ҡатнашты, интервью бирҙе.
Билдәле яҙыусы Альберт Лиханов тәҡдиме менән барлыҡҡа килгән Балалар фонды илдә хәйриәлек хәрәкәтен башлауҙа пионер булды. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, етем ҡыҙ һәм малайҙарға, бәләгә тарығандарға ярҙам итеү маҡсатында 1987-1988 йылдарҙа ил буйынса йәмәғәт ойошмаһының бүлексәләре төҙөлә башланы. Тап ошо осорҙа хәйриәлек тулҡыны башланды, балаларға ярҙам итеү йөҙөнән Үҙәк телевидение аша ойошторолған 24 сәғәтлек марафон әле лә күҙ алдында.
Тәүге ғаилә балалар йорттары ла шулай уҡ Балалар фонды башланғысы менән барлыҡҡа килде. Ул саҡта шундай алты йорт булһа, аҙаҡтан уларҙың һаны кәмене. Максимовка ҡасабаһындағы Семеновтар ғаиләһе әле лә ҡарауһыҙ ҡалған балалар өсөн ышаныслы тыл булып ҡалыуын дауам итә. Туҡһанынсы йылдар башында Нина Федоровна менән уларҙың ике ҡатлы ҙур йортонда бер көн булып, оло ғаиләнең тормошо һәм проблемалары менән яҡындан танышыуыбыҙ, кәңәш ҡороуыбыҙ, ҡыҙ һәм малайҙар менән әңгәмәләшеүебеҙ әле лә иҫтә.
Семеновтар ярҙам һорап ҡына ултырманы, үҙҙәре мәсьәләләрҙе хәл итергә, етемдәр өсөн ысын, терәк булырлыҡ ғаилә ҡорорға тырышты. Бөгөн һеҙҙе ошо оло йөрәкле , вәғәҙәләренә тоғро ғаилә башлыҡтары менән таныштырмаҡсыбыҙ. Улар үҙҙәренең өс балаһын тәрбиәләп үҫтерә һәм 20 баланы тәрбиәгә ҡабул итә. 16-һы үҫеп етеп, белем алып, ғаилә ҡорған, әле лә Галина Антоновна һәм Валерий Вениаминович менән яҡындан аралашыуҙарын дауам итә.
Тәрбиәгә алыусы ғаилә тарихы 1989 йылдан башлана. Бөгөн унда Сабина (17 йәш), Сабина (10 йәш), Илдар (9 йәш), Алмаз (7 йәш) исемле балалар тәрбиәләнә. Семеновтар ул һәм ҡыҙҙарына көндәлек хәстәрлек күрһәтеүҙән тыш, уларға белем биреү, яҡты киләсәк бүләк итеү өҫтөндә лә уйлана. Балаларының етеһе “отлично”ға ғына уҡып, өсөһө Мәскәүҙәге “Созидание” хәйриә фонды стипендиаттары булған. Ата-әсәнең хәҙер 14 ейәне бар.
Йылы йортта балалар өсөн бөтә кәрәк-яраҡ бар: китаптар, уйынсыҡтар, матур традициялар, йәм, ата-әсә хәстәрлеге. Галина Антоновна – булмышы менән педагог, балаларға китаптар уҡый, фекерләшергә, бер-береңде тыңларға өйрәтә. Валерий Вениаминович – профессияһы буйынса юрист, уға тәрбиәләнеүселәре генә түгел, бөтөнләй таныш булмаған кешеләр ҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Семеновтар ғаиләһе – бик күп конкурстар һәм премиялар лауреаттары. Уларҙың өлгө булырлыҡ, ғорурланырлыҡ ғаилә булыуын ошондай юғары наградалар ҙа раҫлай: Рәсәй Балалар фонды һәм Патриарх Алексий II тарафынан тапшырылған “Миһырбанлыҡ эштәре өсөн”ордены, “Рәсәй ғаиләһе” милли премияһы, “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы, “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалы, белем биреү өлкәһендә ғаилә балалар йорто моделен индергәне өсөн Рәсәй Президенты премияһы һәм башҡа төрлө наградалар. Һөйөү һәм хеҙмәттең яҙмыштарҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыуына сағыу миҫал был.
Фото:Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.