

Мәләүез районында Халыҡ-ара Ғаилә көнө алдынан бер аҙна эсендә өс пар игеҙәктең донъяға килеүен теркәнеләр. Ғаиләләр өсөн генә түгел, бөтә Мәләүез халҡы өсөн ғәҙәти булмаған яңылыҡ, әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡлы ваҡиға булды.
Сабыйҙар араһында – “батша игеҙәктәре”, ике ҡыҙ бала һәм һыу тамсыһындай оҡшаш ике малай! (Халыҡ араһында таралған “батша игеҙәктәре” атамаһы әсәнең бер йөклөлөгө һөҙөмтәһендә ҡыҙ һәм малай тыуыуын аңлата. Был атама тарих төпкөлөнән, батша һарайында бер юлы ҡыҙ һәм малай тыуған ваҡиғанан башланған. Хәҙер ҙә ғаиләлә бер юлы ҡыҙ һәм ул тыуыуын яҙмыш бүләге тип атайҙар).
Исемлек башында – Милана һәм Милена Шокуровалар. Уларҙың ата-әсәһе Мария һәм Сергей Шокуровтар быға тиклем биш баланы тәрбиәләй ине, хәҙер шатлыҡтар тағы икәүгә артты.
Әмир һәм Алан – Виктория һәм Рөстәм Нәжметдиновтарҙың йәш ғаиләһендә тәүге сабыйҙар. ”Батша игеҙәктәре” Василиса һәм Ростислав – йорт хужабикәһе Алина Викторовна һәм “Ашҡаҙар” йәмғиәтендә механизатор булып эшләгән Павел Петрович Носовтарҙың көтөп алған сабыйҙары. Уларҙың тағы дүрт балаһы үҫә.
ЗАГС бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ольга Ярославцева әйтеүенсә, бер нисә көндә шунса игеҙәктәрҙе теркәү бик һирәк һәм шатлыҡлы хәл. “Был ғаиләләрҙең һәр береһе – һөйөү, хәстәрлек һәм бәхет өлгөһө. Беҙ бындай яҙмыш бүләгенә бик шатбыҙ”, –ти Ольга Викторовна.
Ғаиләләргә һаулыҡ, сабырлыҡ һәм шатлыҡ теләйбеҙ!
Фото: "Путь Октября" гәзите сайты.