Социаль мәсьәлә
20 Май 2025, 08:30

Улар өсөн социаль яуаплылыҡ – көндәлек эштәренең бер өлөшө

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Рәсәй юғары социаль һөҙөмтәлелекте ойоштороу” конкурсының төбәк этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын ҡотланылар

Улар өсөн социаль яуаплылыҡ – көндәлек эштәренең бер өлөшөУлар өсөн социаль яуаплылыҡ – көндәлек эштәренең бер өлөшө
Улар өсөн социаль яуаплылыҡ – көндәлек эштәренең бер өлөшө

Республика социаль һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия кәңәшмәһе Бөтә Рәсәй “Рәсәй юғары социаль һөҙөмтәлелекте ойоштороу” конкурсының төбәк этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын ҡотлау тантанаһы менән башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов тантанала ҡатнашыусыларға дипломдарҙы тапшырҙы. Улар эш урыны булдырыу, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һәм именлеген күтәреү, граждандарҙың яҡлауға мохтаж өлөшөнә ярҙам итеү һәм башҡалар өсөн лайыҡ булды. Шуны билдәләргә кәрәк: бүләкләү тантанаһына килгәндәр өсөн социаль яуаплылыҡ – көндәлек эштәренең мөһим бер өлөшө. Мәҫәлән, “Производствола эш урындарын ойоштороу һәм булдырыу” номинацияһында өсөнсө урынды – “Башнефтезаводстрой”, икенсене – “Транснефть – Урал”, беренсене  “Ҡыҙыл пролетарий” йәмғиәте яуланы.

Күгәрсен районының Йомағужа ауылынан “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы (мөдире Гөлназ Латипова) “Етештереүгә ҡарамаған ойошмаларҙа ғаилә бурыстары булған хеҙмәткәрҙәргә иң яҡшы шарттар булдырған өсөн” номинацияһында беренсе урын яуланы.

- Беҙ был конкурста икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Былтыр “Яҡшы шарттар, яҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау” номинацияһында беренсе урын алдыҡ һәм Мәскәүҙә, Рәсәй кимәлендәге ярышта, икенсе урын алдыҡ”, - тип белдерҙе Гөлназ Мөхәммәтғәли ҡыҙы.

Автор фотолары.

Улар өсөн социаль яуаплылыҡ – көндәлек эштәренең бер өлөшө
Улар өсөн социаль яуаплылыҡ – көндәлек эштәренең бер өлөшө
Улар өсөн социаль яуаплылыҡ – көндәлек эштәренең бер өлөшө
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас