

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 28 апрелдән 20 майға тиклем һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәһенә һорауҙарға яуап биреүҙе ойошторҙо. Был сара йыл һайын үткәрелә.
Быйыл 880 респондент ҡатнашты. Һорауҙарға яуап биргәндәрҙең 34 проценты быйыл балаларының республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитациялау үҙәгендә реабилитациялау үтеүе тураһында белдергән. Уларҙың 22 проценты – реабилитациялау сертификаттары, 23 проценты - үҙ йәки республика хәйриә иҫәбенә, туғыҙ проценты – республиканан ситтә үҙ йәки хәйриә иҫәбенә.
Һорауҙарға яуап биреүҙе ойоштороусы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы Алина Хәбированың хәбәр итеүенсә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың республикала үҙҙәренә тәғәйенләнгән ярҙамды ала алмауының сәбәбе – етерлек кимәлдә мәғлүмәткә эйә булмауы. Яҡын арала социаль селтәрҙәрҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитациялау хеҙмәттәренә сертификаттар тураһында мәғлүмәттәр биреләсәк, тип хәбәр итте республиканың Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ, фото: БР Йәмәғәт палатаһы.