Социаль мәсьәлә
5 Июнь 2025, 19:30

Хәбировтар ғаиләһендә бер юлы өс игеҙәк тыуған!

Сабыйҙар 5 майҙа уҡ тыуған булған. Малайҙар – ике, ҡыҙ бер килограмм 250 грамлыҡ...

Хәбировтар ғаиләһендә бер юлы өс игеҙәк тыуған!Хәбировтар ғаиләһендә бер юлы өс игеҙәк тыуған!
Хәбировтар ғаиләһендә бер юлы өс игеҙәк тыуған!

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе Хәбировтар ғаиләһендә өс игеҙәк сабый тыуған. Ике малай һәм бер ҡыҙ!

Искәндәр, Радель һәм Асель Республика перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин  игеҙәктәрҙең ата-әсәһе Резеда һәм Илшат Хәбировтарҙы  был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап, уларға һаулыҡ,именлек теләне.

Бындай осраҡ табиптар эшмәкәрлегендә һирәк осрай: 10 мең сабыйға берәү нисбәтендә! Сабайҙар май башында донъяға килә, бер ай буйы нығынып, ауырлыҡтарын арттырғандан һәм үҙ аллы тын ала башлағандан һуң уларҙы реанимациянан сығаралар. Малайҙар  – ике, ҡыҙ ни бары бер килограмм 250 грамм ауырлығында тыуа. Табиптар уларҙы үҙәктең реанимация һәм интенсив терапия бүлегендә махсус аппараттар ярҙамында тәрбиәләй.

Игеҙәктәрҙең атаһы үҙен бик бәхетле һанай, бер ай буйы тәҙрә аша ғына һөйләшеп йөрөргә мәжбүр булған ғаилә башлығы өйҙәренә ҡайтыу шатлығын йәшермәй. Балаларҙың әсәһе Резеда Риза ҡыҙының өләсәһенең дә игеҙәк сабыйҙары булған.

Бер юлы ике ейән һәм бер ейәнсәргә эйә булған олатай менән өләсәй балаларҙы ҡарарға ярҙамлашасаҡ. Туймазы районында йәшәгән Ғәбдрәҡиповтарҙың хәҙер биш ейәне бар.

Илшат һәм Резеда Хәбировтарҙың дүрт йәшлек ҡыҙҙары ике ҡустыға һәм һеңлегә апай хәҙер. Ғаиләне алда бәхетле мәшәҡәттәр көтә.

Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың “Бәйләнештә” селтәрендәге битенән.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас