

Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов етем балалар категорияһындағы граждандарға торлаҡ һатып алыуға сертификаттар тапшырҙы. Һәр сертификаттың суммаһы 3 миллион 600 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Александр Хәйбуллин – үҙмәшғүл, фатирҙарҙы ремонтлау менән шөғөлләнә. Рәмис Мусин комбинатта эшләй. Торлаҡ һатып алғандан һуң егеттәр ғаилә ҡорорға ниәтләй.
Шулай уҡ был көндө Белорет дауаханаһында эшләгән табиптар ғаиләһенә – Гүзәл һәм Денис Хәбировтарға хеҙмәт фатирынан асҡыстар тапшырҙылар.
Денис сығышы менән Күмертауҙан, Белоретта бер йылдан ашыу эндоскопсы булып эшләй, Гүзәл - өфө ҡыҙы, 5 йылдан ашыу Белоретта перинаталь үҙәктең акушер-гинекологы булып эшләй. Улар бер юғары уҡыу йортонда уҡыған, ә Эльбрусҡа күтәрелеүгә әҙерлек ваҡытында таныша. Икеһе лә әүҙем ял итергә ярата, йыш ҡына Белорет районы буйлап сәйәхәт итә. Әгәр Хәбировтар Белоретта ете йыл эшләһә, улар уны милеккә рәсмиләштерә аласаҡ.
– Бөгөн сертификат һәм фатир алған йәштәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайым! Бәхет, эштә уңыштар һәм иң яҡшы нәмәләр теләйем! – тип уртаҡлашты Азат Хәкимов.
Фото сығанағы: Белорет районы хакимиәтенән.