Социаль мәсьәлә
18 Июнь 2025, 12:25

“Ғаилә ипотекаһы”н нисек алырға?

Элек ташламалы ставканы өс йылдан һигеҙ йылға тиклем бирһәләр, хәҙер уны оҙайтырға мөмкин.

“Ғаилә ипотекаһы”н нисек алырға?“Ғаилә ипотекаһы”н нисек алырға?
“Ғаилә ипотекаһы”н нисек алырға?

Кем” Ғаилә ипотекаһы”ның ташламалы ставкаһынан файҙалана ала?

Ғаиләлә бер генә баланың булһа ла ете йәшкә тиклем булыуы, ғаилә ағзаларының барыһы ла Рәсәй гражданлығына эйә булыуы мотлаҡ.

18 йәшкә тиклемге инвалид бала ҡараған  ата-әсәләр был хоҡуҡтан файҙалана ала.

7-18 йәшкә тиклемге ике һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләр шулай уҡ кредит алыуға хоҡуҡлы:

Әгәр улар  халҡы 50 меңгә тиклем булған ҡалала ;

төҙөлөш бармаған ҡалала;

шәхси үҙеш программалары булған биләмәләрҙә йәшәгән осраҡта.

Тәүге иғәнә 20 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш..

Ставка 6 процентҡа тиклем.

Кредит тигеҙ өлөштәр менән түләнә.

 Башҡортостанда ташламалы кредиттың иң ҙур күләме – алты миллион һум.

 Түләү срогы айырым билдәләнә,  ул бер йылдан кәм булмаҫҡа һәм 30 йылдан артмаҫҡа тейеш.

Ғәҙәттәге ипотеканан ташламалы ипотекаға күсеп буламы?

 Эйе, әгәр ҙә ғаиләлә бала тыуһа, льготанан файҙаланырға мөмкин.Тик был ваҡытҡа торлаҡ хаҡының 20 процентын түләп бөткән булырға тейешһегеҙ. Әгәр ғаилә ташламалы ипотеканы 2019 йылдың апреленә тиклем алған булһа, шулай уҡ ипотека шарттарын үҙәгәртеп була. Элек ташламалы ставканы өс йылдан һигеҙ йылға тиклем бирһәләр, хәҙер уны оҙайтырға мөмкин.

 Ташламалы  ипотеканы ҡабаттан алып буламы?

 2023 йылдың 23 декабренә тиклем льготалы торлаҡ һатып алған ғаиләләр йәнә өҫтәмә шарттарһыҙ был мөмкинлектән файҙалана ала. Тик бер шарт бар:  тәүге ипотеканы япҡандан һуң ғаиләлә сабый тыуыуы мотлаҡ.

 Ҡайһы банктарҙа ташламалы  ипотека бирәләр?

 ДОМ.РФ дәүләт корпорацияһына йәки ташламалы ипотекалар  менән эшләгән теләгән бер банкка мөрәжәғәт итә алаһығыҙ

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас