

Дәүләт секторы өсөн персонал менән идара итеү өлкәһендә Мәскәү ҡалаһы хөкүмәтенең “Кадрҙа” премияһына завкалар ҡабул итеү бара.
11 июлгә тиклем Рәсәйҙең барлыҡ федераль органдары һәм төбәктәре командалары үҙҙәренең проекттарын ебәреп, HR-профессионалдар берләшмәһенә ҡушыла ала.
Премияға Дәүләт хеҙмәтендә яңы эш башлағандар көнө һәм Остаздар клубынан алып ИТ-мәктәптәргә, награда программаларына тиклем заявка биргәндәр. Уларҙың авторҙары Коми Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы, Волгоград, Сахалин өлкәләре һәм башҡа төбәктәрҙән.
Ойошмалар төрлө – ҙур булмаған республика ойошмаларынан башлап федераль власть органдарына тиклем: дәүләт инспекциялары һәм фондтар, Рәсәй Хөкүмәте субъекттары, ғилми-тикшеренеү институттары, мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары, киң мәғлүмәт саралары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, транспорт һәм авиакомпаниялар, банктар һ.б. Проекттарҙың күбеһе хеҙмәткәрҙәрҙе үҫтереүгә, командаларҙы уҡытыуға арналған. Эксперттар фекеренсә, авторҙар күберәк хеҙмәт баҙарындағы заман мохтажлыҡтарына, персоналды үҫтереү мөһимлегенә иғтибар итә.
Премияла ҡатнашыу Рәсәйҙең дәүләт секторындағы төп командалар иҫәбендә алдынғы урын биләү генә түгел, ә башҡалар менән бәйләнеш булдырыу, ҙур мәғлүмәт майҙансыҡтарында ярҙам алыу, лидерҙар араһында партнерҙар табыу, эксперт фекерен ишетеү, проекттарҙы артабан үҫтереү мөмкинлеге лә.
Премияның рәсми сайтында 11 июлгә тиклем заявка бирергә һәм ҡатнашыу шарттары менән танышырға мөмкин. Телеграм-каналында яңылыҡтар менән таныша барырға, эксперттар фекерен уҡырға була.
Фотолар "Кадрҙа" премияһы сайтынан.