Социаль мәсьәлә
20 Июнь 2025, 14:05

Министр вәғәҙә бирә

Быйыл 121 көн ял итәсәкбеҙ. Ә 31 декабрь?

Министр вәғәҙә бирәМинистр вәғәҙә бирә
Министр вәғәҙә бирә

Петербургта үткән иҡтисади халыҡ-ара форумда Рәсәй хеҙмәт министры Антон Котяков 2026 йылдың 31 декабрен ял көнө итергә вәғәҙә бирҙе, тип хәбәр итә “РИА Новости” мәғлүмәт агентлығы. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, министрлыҡта производство календарен төҙөгәндә рәсәйҙәрҙең байрамға әҙерләнергә мөмкинлеге булһын өсөн йылдың һуңғы көнөн ял көнө итеү идеяһын тормошҡа ашырырға уйлайҙар.

“ 2025 йылда  31 декабрь ял көнө буласаҡ. Шулай уҡ 2026 йылда ла  уны ял көнө итергә уйлайбыҙ”, – тип белдергән етәксе.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 31 декабрь 5 ғинуарҙағы йәкшәмбенән ял көнөн күсереү иҫәбенә эш көнө булмаясаҡ. Быйыл Башҡортостан халҡын 121 ял көнө көтә.

 Ул ғына ла түгел,  министрҙың әйтеүенсә, 2026 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) 27 мең һумдан ашасаҡ.

Фото:Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас