Социаль мәсьәлә
22 Июнь 2025, 17:20

Кәрәк булһа, “Социаль такси” саҡыртығыҙ!

Социаль такси Өфө буйлап йөрөһә лә, уны баш ҡалаға килгән башҡа район-ҡала кешеләре лә саҡырта ала.

Кәрәк булһа, “Социаль такси” саҡыртығыҙ!Кәрәк булһа, “Социаль такси” саҡыртығыҙ!
Кәрәк булһа, “Социаль такси” саҡыртығыҙ!

Республикала 2024 йылдың декабренән эш башлаған “Социаль такси” хеҙмәте 1-се төркөм инвалидтары һәм инвалид балалар өсөн тәғәйенләнгән.

Ошо осор эсендә такси хеҙмәте 2,5 мең тапҡыр ярҙамға килгән. Быйыл ғына ла уның хеҙмәтенән 900-ҙән ашыу кеше файҙаланған. Өфө биләмәһендәге власть органдарына, социаль әһәмиәтле объекттарға, социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына һәм учреждениеларына барыу талап ителгәндә “Социаль такси” ярҙамына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, был социаль проект республикала Башҡортостан Башлығы  Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башланған. Ул ”Именлек” республика геронтология үҙәге структураһында эшләй. Был эште ойоштороу өсөн үҙәк автопаркы һигеҙ автомобиль менән тулыландырылған. Шулай уҡ коляскала хәрәкәтләнеүсе инвалидтарҙы йөрөтөү өсөн махсуслаштырылған автранспорт алынған.

Социаль такси Өфө буйлап йөрөһә лә, унан башҡа район-ҡала кешеләре лә ошо биләмәлә файҙалана ала. Бындай мөмкинлектән быйыл ете инвалид файҙаланған.

Транспорт хеҙмәтен айына дүрт тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Пассажирҙарҙы оҙатып йөрөүселәр булыуы ихтимал. 14 йәшлек балаларҙы өлкәндәрҙең оҙатып йөрөүе мотлаҡ. Киләсәктә “Социаль такси” хеҙмәтен ҡулланыу даирәһен киңәйтеү көтөлә.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас