Социаль мәсьәлә
25 Июнь 2025, 08:00

Рөстәм Нәбиев тағы ла бер хыялын тормошҡа ашырған

Кешеләр ошондай ауыр хәлгә тарыһа, күптәре юғалып ҡала, аяҡ-ҡулдары теүәл булып та, урамда эсеп-туҙып йөрөгән әҙәмдәр бар...

Рөстәм Нәбиев тағы ла бер хыялын тормошҡа ашырғанРөстәм Нәбиев тағы ла бер хыялын тормошҡа ашырған
Рөстәм Нәбиев тағы ла бер хыялын тормошҡа ашырған

Билдәле яҡташыбыҙ, танылған блогер Рөстәм Нәбиев Башҡорт дәүләт медицина университетында диплом эшен яҡлаған. Уның был аҙымы Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәрендә һоҡланыу тыуҙырған.

– Кешеләр ошондай ауыр хәлгә тарыһа, күптәре юғалып ҡала, аяҡ-ҡулдары теүәл булып та, урамда эсеп-туҙып йөрөгән әҙәмдәр бар. Ә Рөстәм Нәбиев ике аяҡһыҙ ҡалһа ла артабан лайыҡлы итеп йәшәргә көс тапҡан, матур ғаилә ҡорған, өс бала атаһы. Уның уңыштары өсөн ҡыуанам, уға ҡарап ғорурланам.

Ул маҡсатлы кеше, һәр кем шулай үҫергә һәм алға барырға тейеш. Рөстәм күпме кешегә үрнәк булып тора. Дипломын яҡлағандан һуң беҙҙең бер хеҙмәттәшебеҙ сәскә бүләк итте, ә ул ҡыуанысынан хатта илап ебәрҙе. Бына шулай, ул ябай ҙа, бөйөк тә, бөтә ерҙә лә үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. Онотмайыҡ: ғүмер бер генә бирелә, матур итеп йәшәйек, – тине Гөлфинә Марс ҡыҙы Юламанова.

Фото: Гөлфинә Юламанованың шәхси архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас