Социаль мәсьәлә
30 Июнь 2025, 12:45

Беҙҙә әсәлек һәм балалыҡ яҡлаулы

Быйыл “Ғаилә” милли проекты буйынса яңы модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары асыла.

Беҙҙә әсәлек һәм балалыҡ яҡлаулыБеҙҙә әсәлек һәм балалыҡ яҡлаулы
Беҙҙә әсәлек һәм балалыҡ яҡлаулы

30 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Ғаилә”милли проектын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләүенсә, “Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау” төбәк программаһы сиктәрендә Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын нығытыу буйынса ҙур эш башланған.

– 2025 йылда перинаталь үҙәктәрҙе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 350 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде, – тине Айрат Рәхмәтуллин.

2025 йылда ауыл ерендә ҡатын -ҡыҙҙар консультацияларын ойоштороуға 714 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, шул иҫәптән 700 миллион һум – федераль бюджеттан.

Проект сиктәрендә Республика клиник перинаталь үҙәге, шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм Өфөнөң Ҡала клиник перинаталь үҙәгенең акушерлыҡ стационарҙары яңы йыһазландырыу аласаҡ.

– 2026 йылда Малаяҙ, Ҡариҙел, Балтас һәм Аҡъяр үҙәк район дауаханалары базаһында дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асыу планлаштырыла. Яңы объекттарҙың планлаштырыу ҡарарҙарын һәм берҙәм дизайнын әҙерләнеләр һәм яраштырҙылар ҙа инде, – тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.

Республика Башлығы Башҡортостанда тыуымды арттырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығына республиканың идара итеү командаһының демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеген уйларға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас