

Башҡортостанда "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" тип аталған хәйриә акцияһы бара – йәй аҙағына тиклем теләгән һәр кем социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итә ала. Был изгелек, хәйриә акцияһы 15-се тапҡыр үткәрелә инде.
Әгәр күп балалы ғаилә йәки аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған ғаилә икән, ғаиләлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләнһә, бәләкәстәргә ярҙам итергә кәрәк. Түбәндәге исемлек буйынса мәктәп кәрәк-яраҡтары килтерергә мөмкин:
Акцияла теләгән һәр кем – айырым кешеләр, коммерция ойошмалары, дәүләт учреждениелары һәм хакимиәт коллективтары ҡатнаша ала.
Барлыҡ адрестар Башҡортостандың Ғаилә порталында: : www.xn--90ahvqc2eva.xn--p1ai/family-gid...
Өҫтәмә белешмәне 8 (800) 347-5000 номеры буйынса асыҡларға мөмкин.
Сығанаҡ,: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Олег Яровиков ("Башинформ") фотоһы.