

Өфөлә Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. Көн тәртибендә – мәшғүллек хеҙмәтен һәм дәүләткә ҡарамаған социаль хеҙмәтләндереү секторын үҫтереү, шулай уҡ республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары.
–Башҡортостан Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән халыҡты хеҙмәткә урынлаштырыу өлкәһендә ярайһы кимәлдә һөҙөмтәле эшләй, –тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ илдә беренсе булып модулле мәшғүллек үҙәктәрен урынлаштыра башланыҡ. Төбәктә ошондай 51 учреждениены яңырттыҡ.
Антон Котяков республиканың халыҡты хеҙмәткә урынлаштырыу үҙәктәрен яңыртыу буйынса уңыштарын юғары баһаланы.
–Тап Башҡортостан модулле төҙөлөштө башлап ебәрҙе, – тине министр. – Һеҙҙең тәжрибәгеҙ һөҙөмтәһендә был практика федераль көн тәртибенә инде.
Осрашыуҙа Антон Котяков менән Радий Хәбиров яңы социаль объекттар төҙөү тураһында фекер алышты, атап әйткәндә, республика “Именлек” геронтология үҙәгенең мөмкинлектәре барланды. Дәүләткә ҡарамаған социаль хеҙмәтләндереү секторы мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелде. Башҡортостан был йәһәттән эшен йәнләндерә – төбәктә биш пансионат дәүләт-шәхси партнерлыҡ рәүешендә эшләй, тағы ла бер нисә учреждение асырға әҙерләнәләр.
– Дәүләткә ҡарамаған секторҙы үҫтереү хеҙмәттәр сифатын арттырыуға һәм бюджет сығымдарын кәметергә ярҙам итәсәк. Ошо йүнәлеш һөҙөмтәһендә республика бер миллиард һум аҡсаны экономиялай алды, – тине Радий Хәбиров.
Антон Котяков инвесторҙарҙың социаль өлкәне үҫтереүҙә ҡатнашыуын хупланы. Бынан тыш, яҡтар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, социаль хеҙмәтләндереү, белем алыу, хеҙмәткә урынлаштырыу, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу тураһында фекер алышты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.