

Учалы ауылында йәшәгән Ишемғужиндар ғаиләһе күптәр өсөн һоҡланғыс өлгө. Бына күп йылдар инде улар үҙ миҫалында ғаиләнең һәр кем өсөн ышаныслы терәк, алмаштырғыһыҙ ярҙамсы икәнен раҫлап йәшәй. Эльвира Риф ҡыҙы тормош иптәше Айҙар Рәсүл улы менән менән 2017 йылдан тәрбиәгә алған балаларҙы ҡарап үҫтерә.
Үҙҙәренең өс балаһы ла белем алып, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Ике улы ғаилә ҡороп, хәҙер үҙ аллы йәшәй. Ҡыҙҙары быйыл “Дизайнер” белгеслеге буйынса колледжды отличие менән тамамлаған.
Ишемғужиндар 2017 йылда туғандарының ҡарауһыҙ ҡалған өс балаһын тәрбиәгә ала. Өлкәндәре Илнар колледждың 3-сө курсында уҡый, ә кескәйҙәре Илдан менән Иҙел гимназияла белем ала. Малайҙар ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Илдан балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә, байтаҡ наградаларға эйә.
Ғаиләләге йылы мөхит, хөрмәт һәр кемгә үҙен тыныс, кәрәкле итеп тойорға ярҙам итә. Ата-әсә балаларҙа яуаплылыҡ, өлкәндәргә ихтирам, хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм белем алыуға яуаплы ҡараш тәрбиәләргә тырыша. Бергәләп баҡсала эшләү, бер-берең тураһында хәстәрлек күреү балаларҙы берҙәмерәк, татыуыраҡ итә. Уларҙың йорто – традицияларҙы һаҡлау, ҡунаҡсыллыҡ, һәләттәрҙе үҫтереү урыны.
Ишемғужиндар Башҡортостан буйлап сәйәхәттәргә сығырға, музейҙарҙа булырға, мәктәп һәм район сараларында ҡатнашырға ярата. Улар һәр саҡ бергә. ”Һәр баланың үҙен аңлаған, ышанған, көтөп алған ғаиләлә йәшәүгә мөмкинлеге булһын”, – тип теләй Эльвира менән Айҙар.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.