Башҡортостандың Юғары суды Благовещендан 29 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул ҙур күләмдә наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә етештереүҙә ғәйепләнә, тип хәбәр иткән Республика судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте.
Материалдарҙан күренеүенсә, былтыр ноябрҙә ир телефон аша таныш булмаған кеше менән аралашҡан. Ул үҙ сиратында ҙур күләмдә наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә етештергән һәм уны ойошҡан төркөм составында һатырға тәҡдим иткән. Унда ир наркотик матдәләрҙе етештереүсе ролен үтәргә тейеш булған. Благовещен кешеһе был тәҡдимгә риза булған һәм үҙ йортонда йәшерен лаборатория ойошторған. Бының өсөн ул онлайн-платформа, магазиндарҙан кәрәкле ҡорамалдар һатып алған.
Былтыр декабрҙә тикшереү-тәфтиш сараһы ваҡытында Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Благовещен ҡалаһында йәшәүсенең гаражында 21 килограмм наркотик матдә тапҡан.
Ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған. Башҡортостандың Юғары суды ҡарарына ярашлы, уға 16 йыл ҡаты режим колонияһында иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.
Наркотик матдәләр кеше һаулығы өсөн зыянлы, уларҙы ҡулланыу үлемгә алып килә, өҫтәүенә енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Фото: видеонан скриншот (“Башинформ”).