

Федерация Советы ултырышында студент ғаиләһе тураһындағы законды хупланылар. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр итә.
“Фекер алышҡанда мин “студент ғаиләһе” төшөнсәһен нығытҡан был мөһим законды яҡлап сығыш яһаным. Был беҙгә Рәсәйҙең төрлө вуздарындағы студент ғаиләләрен яҡлау буйынса алымдарҙы яйлаштырырға мөмкинлек бирәсәк”, – тип аңлатты Лилиә Ғүмәрова.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, профилле ведомство менән студент ғаиләһенә ярҙам итеү стандарты әҙерләнгән: ятаҡтарҙа айырым бүлмәләр биреү, түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсереү, әсәләр өсөн сабыйҙарҙы ҡалдырып торорға мөмкин булған бүлмәләр ойоштороу.
Фото: Лилиә Ғүмәрованың телеграм-каналынан.