Социаль мәсьәлә
22 Июль 2025, 18:00

Егерменән ашыу етемгә улар атай-әсәй

Балалар тәрбиәләүҙәге ҙур хеҙмәттәре өсөн Ғәзиевтәр республика наградаһы – “Ата-әсә батырлығы” миҙалы менән бүләкләнде.

Егерменән ашыу етемгә улар атай-әсәйЕгерменән ашыу етемгә улар атай-әсәй
Егерменән ашыу етемгә улар атай-әсәй

Бүздәк районының Таллыкүл ауылында йәшәгән Ғәзиевтәр ғаиләһе – изгелек, сабырлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө. Вәсилә һәм Айҙар Ғәзиевтәр 2005 йылда балаларҙы тәрбиәгә алыусы ғаилә статусына эйә була. Ошо ваҡыт эсендә улар ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған егерменән ашыу баланы тәрбиәләп үҫтерә. Ғаиләнең үҙенең сабыйҙары юҡ, әммә уларҙың йорто йылылыҡ, хәстәрлек һәм балалар тауышы менән тулы.

Әле ғаиләлә уҡыусылар һәм студенттарҙан Марина, Карина, Андрей, Айһылыу, Вадим, Ильяс, Көнһылыу һәм Таңһылыу, шулай уҡ өс бер туған Карина, Александра һәм Елена Малмыгиналар йәшәй. Был ғаиләлә нығынып, һөнәр алып таралышҡан ҡыҙ һәм малайҙарҙың бер төркөмө үҙаллы йәшәй. Хатта ата-әсәгә ейәндәр бүләк итеп һөйөндөргәндәре бар.

Вәсилә Сабирйән ҡыҙы хужалыҡты алып бара һәм балалар менән шөғөлләнә. Айҙар Камил улы тракторсы булып эшләй. Уларҙың бөтә балаларға ла һөйөүе, хәстәрлеге етә. Ҡыҙҙар ҡул эштәре менән мауыға, малайҙар хужалыҡта ярҙам итә. Балалар республиканың лагерҙарында һәм шифаханаларында ял итеп, һаулыҡтарын нығыта.

Былтыр Айҙар Камил улы Башҡортостандың  Йәмәғәт палатаһы  ойошторған “Атайҙар ҡаһарманлығы” конкурсы лауреаты булды. Балалар тәрбиәләүҙәге ҙур хеҙмәттәре өсөн Ғәзиевтәәр республика наградаһы – “Ата-әсә батырлығы” миҙалы менән бүләкләнде. Улар өсөн  ғаилә – оло хеҙмәт, һөйөү һәм кемдеңдер тормошон яҡшыраҡ итеү теләге йәшәгән изге усаҡ.

Ғәзиевтар – республикала 9,1 мең  етемде тәрбиәгә алған ғаиләләрҙең береһе. Башҡортостанда ун етем баланың туғыҙы ғаиләлә йәшәй. Хәҙер бала юғары уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегендә уҡыһа, 23 йәш тулғансыға ҡәҙәр түләүҙәр һаҡланасаҡ. ”Ҡағиҙә булараҡ, ата-әсә студент баланы уҡыуҙы тамамлағансы ҡарап үҫтерә. Закон финанс яғынан тәрбиәгә алынған балаларҙы яҡлаясаҡ һәм профессияны тыныс шарттарҙа үҙләштерергә ярҙам итәсәк”, – тип белдергәйне Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. Эйе, 18 йәштән һуң да бала ярҙамға мохтаж.

 Республикала тәрбиәгә алыусы һәм патронат ғаиләләргә айлыҡ пособиелар ҙа арттырылды. Индексация 16,6 процент тәшкил итте. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары июнь айында үткән ултырышта түләүҙәр тураһындағы ике законға төҙәтмәләр индерҙе.

“Был закон проекты етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙы дәртләндереү һәм уларҙы үҙ ғаиләләрендә тәрбиәләргә ҡарар ҡабул иткән ата-әсәләрҙе яҡлау маҡсатында эшләнде. 2025 йылда законды тормошҡа ашырыуға сығымдар 87 миллион һум тәшкил итәсәк, шуның менән бергә пособие дәүмәле айына уртаса 1,7 мең һумға артасаҡ”, – тип хәбәр итте ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

 Түләүҙәрҙе арттырыуға средстволар республиканың өс йыллыҡ бюджетында ҡаралған. Опекундарға һәм попечителдәргә өс йәшкә тиклемге баланы ҡарауға айлыҡ түләүҙәр 10 855 һумға тиклем еткерелде., өс йәштән һуң 10 439  һум түләнәсәк. Инвалид йәки сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ла айлыҡ түләүҙәр арттырыла: өс йәшкә тиклем – 13 027 һум, өс йәштән һуң 12 526 һум түләнәсәк. Балаларҙы тәрбиәгә алыусы ата-әсәләр өҫтәмә түләүҙәрҙе 1 июндән ала башланы. Ғаиләгә урынлаштырылған 9,1 мең етем бала өсөн  айлыҡ пособилар түләнһә, балалар йорттарындағы  йәки уҡыу йорттарындағы етемдәр тулыһынса дәүләт тәьминәтендә.  

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары шулай уҡ тағы бер мөһим законға индерелгән өҫтәмәләрҙе раҫланы. Уға ярашлы, күп балалы ғаиләләр республика вуздары эргәһендәге колледждарҙа уҡыған балалар өсөн түләүҙәрҙең 50 процентын ҡайтара ала. Тимәк, бындай компенсациянан тағы 620 бала файҙалана аласаҡ.

“Колледждың юғары уҡыу йорто структураһына инеүе арҡаһында үткән йыл өсөн компенсация ала алмаған күп балалы ғаиләләр уҡыу өсөн түләүҙе өлөшләтә ҡайтара аласаҡ – уҡыу йылы өсөн 30 мең һумға тиклем. Йәшәү урынындағы Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына йәки Күп функциялы үҙәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк”, – тине министр.

Законға индерелгән был үҙгәреш  күп бала тәрбиәләгән байтаҡ ата-әсәне һөйөндөргәндер, әлбиттә.

“Минең ике улым да урта һөнәри белемде тәү тапҡыр ала. Береһе көндөҙгө бүлектә түләп уҡый. Законға өҫтәмәләр индерелеүе тураһында күршемдән ишеткәс, бик шатландым. Илле процентлыҡ ташлама дүрт бала үҫтергән ғаилә өсөн ярап ҡаласаҡ. Күп функциялы үҙәккә барып , документтар тапшырырға уйлайым”, – тип беҙгә күп балалы әсә Гөлгөнә Ғибаҙуллина шылтыратып, законға өҫтәмәләр тураһында ентеклерәк белеште.

Республикала балалар стационар учреждениеларын яңыртыу, приюттарҙы үҙгәртеп ҡороу – ғаилә сәйәсәтендә яңы йүнәлеш. 2020 йылда тәүге учреждениедар яңы форматта эш башланы. “Ковидҡа ҡарамай, беҙ приюттарҙы көндөҙгө учреждениеларға әүерелдерҙек. Архангел, Көйөргәҙе, Дәүләкән райондарында учреждениеларҙы үҙгәрттек. Балалар бында ҡыҫҡа ваҡытҡа шөғөлләнергә килә. Элек беҙ йылына 120 баланы үткәрһәк, хәҙер йүнәлеште үҙгәрткәндән һуң 720 бала шөғөлләнә ала. Бында бөтә хеҙмәттәрҙе бушлай алырға мөмкин. Республика буйынса ошондай учреждениелар һаны 12-гә етте”, – тип белдерҙе Ленара Иванова.

 2023 йылда Краснокама районындағы приют базаһында республикала тәүге тапҡыр балалар менән ата-әсәләр өсөн бүлексә асылды. Табиптар, психологтар менән проблемалар өҫтөндә эшләгән саҡта ғаиләнең бергә булыуы хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә, күп осраҡта ғаиләләр тарҡалмай, балалар ғаиләлә ҡала, ти белгестәр.

Ғөмүмән, имен булмаған, ауыр хәлгә ҡалған ғаиләләр йәки етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тураһындағы хәстәрлек ҙур иғтибар талап итә. Бындай саҡта дәүләт ярҙамға килә. Балаларҙы тәрбиәләү, белем биреү, уларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса опека һәм попечителлек иңенә ҙур яуаплылыҡ ала. Шундай ҡыйыу ғаиләләрҙең береһе –Вәсилә Һәм Айҙар Ғәзиевтар тап ошо ҡатмарлы мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү өсөн бөтә күңел йылыһын, һәләтен һәм тырышлығын һала ла инде.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас