

Уларҙың һигеҙе Языков, Борай, Иҫәнғол, Краснокама, Оло Ыҡтамаҡ, Миәкә, Нуриман, Үрге Тәтешле дауаханаларында асыласаҡ. Дүртеһе Малаяҙ, Ҡариҙел, Аҡъяр һәм Мишкә ауылдарында төҙөләсәк.
Уларҙы сафҡа индереүгә ”Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау” яңы милли проектына ярашлы, 714 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. 700 миллион һумы – федераль средстволар.
“Республикала – 59 мең күп балалы ғаилә, был күрһәткес буйынса беҙ Волга буйы федераль округында беренселәр. Беҙ бындай ғаиләләрҙе яҡларға һәм төбәктә бәхетле әсәлек өсөн шарттар тыуҙырырға тырышасаҡбыҙ”, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.
Хәйбулла районы дауаханаһы биләмәһендә эш ҡайнай. Төҙөүселәр бинаның нигеҙен һалған һәм каркастың металл конструкцияларын урынлаштыра башлаған. Яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында табиптарҙың һөҙөмтәле эшләүе өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырыла. Иркен, яҡты кабинеттар, яңы ҡорамалдар һәм йыһаздар пациенттарҙың сәләмәтлеген һаҡлауҙа ышаныслы ярҙамсы буласаҡ. Балалар өсөн уйын зоналары булыуы әсәләр өсөн ҙур уңайлыҡ тыуҙыра.
Фото:Өфөләге 43-сө поликлиника сайты.