

Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, хакимиәт башлығы урынбаҫары Динара Хисамова, Инйәр ауыл советы башлығы Светлана Кочкина ЗАГС хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тормош юбилярҙарын ҡотларға килде. Мария һәм Виктор Беляевтар бына 70 йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп, оҙон ғүмер юлдарын үтә. Бындай бәхет һәр кемгә эләкмәй.
Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы үткән был икәүҙең яҙмышы күп тиҫтерҙәренең ғүмер юлын ҡабатлай. Улар үҙҙәре лә күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Виктор Егорович 4-се класты тамамлау менән колхоз эшендә ҡатнаша, төрлө эштәрҙе башҡара. Мария Николаевна бала саҡтан баҫыуҙа эшләй, сүп үләндәре утай, утын әҙерләй. Буласаҡ тормош иптәше менән 1954 йылда таныша. Ҡыҙҙың ата-әсәһе йәштәрҙең өйләнешеүенә ҡаршы төшөп ҡарай, сөнки Марияның биш йәшкә Викторҙан өлкән булыуы уларҙы һағайта. Мөхәббәт бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңә, йәштәр тормош ҡора, дүрт бала үҫтерә. Хәҙер уларҙың биш ейәне, ете бүләһе бар. Бөгөн өлкәндәр хаҡлы ялда, яҡындарының иғтибары һәм хәстәрлегендә йәшәй.
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.