Социаль мәсьәлә
26 Июль 2025, 11:30

Башҡортостан төҙөүселәре юғары баһа алды

Улар тиҙ һәм сифатлы итеп эшләү өлгөһөн күрһәтте.

Башҡортостан төҙөүселәре  юғары баһа алдыБашҡортостан төҙөүселәре  юғары баһа алды
Башҡортостан төҙөүселәре юғары баһа алды

Башҡортостандан беҙҙең төҙөүселәр 2,5 ай ваҡыт эсендә Таулы Алтайҙа республика дауаханаһы өсөн заманса модулле ҡабул итеү бүлексәһе төҙөнө. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендәге яҙмаһы менән уртаҡлашты:

-  Был бүлексә ҡабул итеү һәм ашығыс килгән пациенттарҙы дауалауҙың тулы циклын үҙ эсенә ала. Был проект беҙҙең төбәктәрҙең тығыҙ хеҙмәттәшлегенең һөҙөмтәһе булып тора һәм дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн көстәрҙе берләштерергә булышлыҡ итте.

Радий Фәрит  улының ҡушыуы буйынса беҙ төҙөлөш эштәре барышын иғтибар үҙәгәндә тоттоҡ. Процесты алып барыу өсөн коллегалар менән бер нисә тапҡыр сығырға ла тура килде.

Шуны билдәләү мөһим, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, был тәүге модулле ҡабул итеү бүлексәһе. Һәр рәсәй кешеһенә медицина ярҙамы алыу уңайлы булһын өсөн, бындай поликлиникалар тотош ил буйынса барлыҡҡа киләсәк.

Беҙҙең төҙөүселәрҙең хеҙмәте ил Премьер-министры Михаил Мишустин тарафынан юғары баһаланды. Ул команданың профессионаллеген һәм оперативлығын билдәләне. Беҙ ҙә Башҡортостандың ил медицинаһын үҫтереүгә өлөш индереүе менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең тәжрибә тиҙ һәм сифатлы итеп төҙөү мөмкинлеген күрһәтте.

Шуны билдәләр инем, 2025 йылда Башҡортостанда алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ ауыл ерҙәрендә 134 берәмек модуль конструкциялар (121 ФАП, туғыҙ табип амбулаторияһы, дөйөм практика табибының дүрт офисы) ҡороу ниәтләнә, туғыҙ объектҡа капиталь ремонт үткәреү, биш мең тирәһе ҡорамал, 99 автотранспорт алыу күҙаллана.

Рәсәй халҡының сәләмәтлеге өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙа ярҙам итеүгә, белемебеҙ менән уртаҡлашыуға әҙербеҙ.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас