Социаль мәсьәлә
1 Август 2025, 15:10

“Әсәйһеҙ үҫкән был сабыйҙы күргәс, йоҡо осто...”

Сайтта ҡыҙ менән танышҡан һәр кем уға бәхет, һаулыҡ теләп, бик күп ихлас комментарийҙар ҡалдырған.

“Әсәйһеҙ үҫкән был сабыйҙы күргәс, йоҡо осто...”“Әсәйһеҙ үҫкән был сабыйҙы күргәс, йоҡо осто...”
“Әсәйһеҙ үҫкән был сабыйҙы күргәс, йоҡо осто...”

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында был һөйкөмлө ҡыҙ баланы күргәс, уны ҡулға алып һөйгө, уның менән рәхәтләнеп уйнағы, сабыйҙы һөйөндөргө килә. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған сабый 2023 йылда тыуған. Тәрбиәселәре әйтеүенсә, ул  бик яғымлы, күңелсәк ҡыҙ бала. Тыныс, тиҙ эйәләшә, иғтибарыңа йылмайыу менән яуап бирә, тиҙәр.

Уйынсыҡтар менән уйнарға ярата, уларҙы өйрәнә. Эргәһендә өлкән кеше булһа, бик шатлана, ышаныс менән ҡарай.

Юля үҙен яратҡан ғаиләнең ҡабул итеүен көтә. Ҡыҙ һаулығы буйынса 5-се сәләмәтлек төркөмөнә ҡарай. Әгәр ҙә баланы хәстәрлек менән солғап, һөйөүҙәрен бүләк итергә теләүселәр булһа, моғайын, ҡыҙ һеҙҙе бәхетле ата-әсә итер. Мәғлүмәттәр банкының төбәк операторына 8-347- 218-03-62 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ.

Сайтта ҡыҙҙы күреп, уның менән танышҡан һәр кем уға бәхет, һаулыҡ теләп, бик күп ихлас комментарийҙар ҡалдырған.

“Ниндәй матур ҡыҙ! Кемделер бәхет көтә! Ошондай фәрештәнең әсәйһеҙ үҫкәнен белеп, нисек тыныс йоҡламаҡ кәрәк?”, “Был ҡыҙ баланы опекунлыҡҡа алған ата-әсәнең иң яҡшы, иң иғтибарлы кешеләр булыуын теләйем”, “Фәрештәкәй, һине һөйөп үҫтергән, яуаплылыҡ тойған  ғаиләнең тап булыуын теләйем!” һәм башҡа бик күп матур теләктәр.

 Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас