

Снарядтар шартлауы ла тормош дауам итеүенә ҡамасау түгел
Һаулыҡ һаҡлау тармағы бик күп йүнәлештәрҙе эсенә ала. Ҡайһы берҙәре менән таныш та түгелбеҙҙер, ишетеп кенә белгәндәре лә бар. Ә бына сабыйҙар табип- неонатолог менән яҡты донъяға килгән көндөң тәү минуттарында уҡ осраша, белгестең профессионализмынан, белеменән, скрининг тикшеренеүҙәренән кескәй пациенттарҙың артбанғы торошо, сәләмәтлеге, тимәк, яҙмышы ла тора. Ҡыҫҡаса әйткәндә, неонатолог – яңы тыуған сабыйҙарҙы дауалауҙа махсуслашҡан балалар табибы. Тәүге 28 көн эсендә ул сабыйҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү менән шөғөлләнә. Ошо мөһим эште башҡарған белгестәр араһында Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының (элекке 6-сы бала табыу йорто) бала табыу йорто табип-неонатологы Ләйсән Әлимбаева ла бар. Донъяға килгән һәр баланың торошон баһалау, тыумыштан килгән үҫеш тайпылыштарын һәм нәҫел сирҙәрен асыҡлау кеүек мөһим бурыстарҙы үтәргә тура килә. Тән ауырлығы бик түбән булған сабыйҙарҙы тәрбиәләү тактикаһын, реанимация сараларын билдәләү ҙә ҙур яуаплылыҡ талап итә.
Ләйсән Мозафар ҡыҙы Башҡортостандың 24-се медицина бригадаһы составында Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн теләк белдергәс, хеҙмәттәштәре араһында ғәжәпләнгәндәр, ниәтенән һүрелтеүселәр булмағандыр ҙа, сөнки уның ныҡышмал, ҡыйыу холоҡ-фиғелен күптәр яҡшы белә. Красный Луч ҡалаһындағы перинаталь үҙәктә табип-неонатолог бала табыу һәм операция залдарында сабыйҙарға реанимация ярҙамы күрһәтә. Дүрт ай буйы дауам иткән командировка осоронда Ләйсән Әлимбаева ҡулынан 53 сабый үтә. Хәүефле осор ҙа, снарядтар шартлауы ла тормош дауам итеүенә, илай-илай сабыйҙар тыуыуына һис ҡамасау түгел.
– Табип-неонатолог – һәр яңы тыуған сабыйҙың иң беренсе табибы. Ул әсәһе менән дауахананан сыҡҡанға тиклем минең күҙәтеүемдә, көн дә иртә-кис хәлдәрен белешәм, әсәйҙәр менән әңгәмәләр үткәрәм, тәрбиәләү һәм имеҙеү буйынса кәңәштәр бирәм. Бик тыныс эшләнек, бында берҙәм һәм дуҫ коллектив тупланған. Әсәләр көтөп алған ҡәҙерле сабыйҙарын алып, һәйбәт кәйеф, ҡәнәғәтлек тойғоһо менән өйҙәренә ҡайтһын өсөн барыбыҙ ҙа тырыштыҡ, – ти Ләйсән Мозафар ҡыҙы. – Миңә ҙур ышаныс күрһәтеп, оҙайлы алыҫ командировкаға ебәргән етәкселәремә рәхмәтлемен. Яңы коллективта, ҡатмарлы шарттарҙа эшләү тәжрибәһе алдағы хеҙмәт юлымда ярҙам итәсәк, тип уйлайым.
Стәрлетамаҡ районында тыуып үҫкән батыр ҡыҙға, ике айлыҡ командировка тамамланыуға ҡарамаҫтан, тағы ике айға эшкә ҡалырға тура килә.
Барыһы ла даланлы
Ләйсән – райондың Мәҡсүт ауылында йәшәгән Фәниә Хисаметдин ҡыҙы һәм Мозафар Сәхипгәрәй улы Әлимбаевтарҙың һөйөп үҫтергән ҡыҙҙары. Ғаиләлә үҫкән биш баланың да тырышып уҡып, юғары белем алып, ата-әсәһенә терәк булып йәшәүе күңелле, ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Миләүшә, Гөлфиә, Ләйсән медицина юлын һайлаһа, улдары Юлай аграр юғары уҡыу йортон, ҡыҙҙары Роза М.Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Былтырғы һабантуйҙа ата-әсәне бергә йәшәүҙәренә илле йыл тулыу тантанаһы менән райондаштары, етәкселәр ихлас ҡотлап, тормош юбилярҙарына Ҡотлау адрестары, бүләктәр тапшырған.
“Был ҡәҙәре баланы уҡытып аяҡҡа баҫтырыу бик еңел булмағандыр”, тигән уйыбыҙ дөрөҫкә сыҡманы. “Тырышһаң, һис ҡыйын түгел. Беҙ Фәниә менән ғүмер буйы эшләнек тә эшләнек. Үҙем “Ашҡаҙар” колхозында 44 йыл трактор руле артында булдым. Әсәй балалар үҫкәндә ярҙам итте, беҙ колхозды күтәрҙек, хаҡлы ялға сығыу менән күмәк хужалыҡ та тарҡалды”, – тип көрһөнөп ҡуйҙы III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры Мозафар Сәхипгәрәй улы. Ҡатыны Фәниә Хисаметдин ҡыҙы лайыҡлы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтергәне өсөн “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланған. Ул заманында бер эштән дә ҡурҡып, баш тартып тормаған, идара секретаре, башланғыс кластар уҡытыусыһы булған, училищела, фермала хеҙмәт иткән.
Һәр береһе – ата- әсә-ғорурлығы
Хеҙмәт ветерандары бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай, өс һыйыр тота, ҡош-ҡорт аҫырай, өйрәктәре генә етмештән ашыу. Ял итергә лә әүәҫ улар. “Миләүшә ҡыҙым кейәү менән быйыл Шүлгән мәмерйәһенә, музейға алып барҙы. Фотоға төштөк, тәбиғәт матурлыҡтарын телефонға төшөрҙөк, рәхәтләнеп йөрөп ҡайттыҡ”, – ти Фәниә ханым.
– Балаларыбыҙҙың бишеһе лә тырыш булды, ике-өс километрҙағы Новофедоровкаға йөрөп уҡыны. Ләйсәндең махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән хеҙмәте өсөн “Фиҙакәрлек һәм профессионаллек” миҙалы менән наградланыуы беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ. Ул беҙҙе борсомаҫҡа теләп, хатта оҙайлы командировкаға китеүен дә тәүҙә әйтмәне. Ҡыҙҙар бер аҙҙан һуң ғына ”атай-әсәй, барыһы ла унда тыныс, яҡшы, хафаланмағыҙ”, тип тынысландырҙы. Бөгөн беҙҙең ете ейәнсәребеҙ, ике ейәнебеҙ һәм бер бүләбеҙ, олатаһы менән өләсәһен һөйөндөрөп, йәшәүгә дәрт-дарманыбыҙҙы арттырып, ғаиләбеҙҙең шәжәрә ағасын үҫтерә, – тип, хеҙмәт ветераны Мозафар Әлимбаев барыбыҙға ла именлек, хәйерле көндәр теләне.
Тап ошондай татыу оло ғаиләлә, йәмле, нескә хистәр менән солғанған мөхиттә генә үҙаллы, маҡсатлы, тыуған яғына фиҙәкәр хеҙмәт итергә әҙер шәхестәр тыуа торғандыр.
Рәсәй Президенты Владимир ПУТИН:
“Күп балалы ғаилә – ил терәге. Ғөмүмән, бөтә ғаилә лә, тик күп балалы ғаилә – тағы ла нығыраҡ терәк. Ни өсөн күп балалы ғаилә мөһим? Һеҙ быны миңә ҡарағанда нығыраҡ беләһегеҙ. Сөнки бында кешенең ғаиләне һәм илде тотоп торған төп сифаттары тәрбиәләнә: өлкәндәргә хөрмәт, кескәйҙәр тураһында мөхәббәт һәм хәстәрлек, хеҙмәт һөйөүсәнлек, һәм “ғаилә” организмы менән бәйләнгән бөтә нимә. Был беҙ даими рәүештә һөйләгән һәм хуплаған тап традиция ҡиммәттәре лә инде”.
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
“Ил үҫешенең заман этабында иң ҡатмарлы мәлдәрҙең береһе булып милләтте һаҡлау тора. Бының өсөн, әсәлек капиталын да индереп, бик күп һанда дәртләндереү сараларын эшләнек. Тик мин үҙем өсөн шуны аңланым, бер финанс саралары ғына эшләмәй. Илдә тыуым процестарының тәрәнлеген аңламайынса был мәсьәләне хәл итә алмаясаҡбыҙ”.
Динә Арыҫланова.
Стәрлетамаҡ районы.
Резеда Шәңгәрәева фотолары.
Фәниә һәм Мозафар Әлимбаевтар.
Табип Ләйсән Әлимбаева һәр сабыйҙы яратып ҡабул итә.