Социаль мәсьәлә
7 Август 2025, 15:15

Өфө аръяғында коммуналь инфраструктура булдырыуға федераль ярҙам бирелә

Хөкүмәт комиссияһы президиумы Башҡортостандан бирелгән заявканы хупланы.

Өфө аръяғында коммуналь инфраструктура булдырыуға федераль ярҙам биреләӨфө аръяғында коммуналь инфраструктура булдырыуға федераль ярҙам бирелә
Өфө аръяғында коммуналь инфраструктура булдырыуға федераль ярҙам бирелә

Бөгөн, 7 августа, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә Рәсәйҙең Төбәктәрҙе үҫтереү буйынса хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе.

Ултырышта ҡатнашыусылар төбәктәрҙең коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөүгә ҡаҙнанан кредит алыуға ебәргән заявкаларын ҡараны. Улар иҫәбендә Башҡортостанда Өфө аръяғы биләмәһен һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу селтәрҙәре төҙөү проекты бар.

– Проект эсендә һигеҙ инфраструктура объектын төҙөү ҡаралған. Был 2040 йылға 1,3 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә һәм биләмәне үҫтереүгә бюджеттан тыш аҡса йәлеп итергә мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Яңы инженер ҡеүәттәрен сафҡа индереү шулай уҡ Өфө аръяғында йәшәгән 56 мең кешене һыу менән тәьмин итеүҙең сифатын яҡшырта ала.

Хөкүмәт комиссияһы президиумы Башҡортостандан бирелгән заявканы хупланы. Шулай итеп, республика проектты тормошҡа ашырыуға 8,5 миллиард һум ала.

Радий Хәбиров ил Хөкүмәтенә, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм Биләмәләрҙе үҫтереү фондына ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

РФ Хөкүмәте вице-премьеры, федераль ярҙам алған төбәктәр социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тиҙ арала тормошҡа ашыра башларға тейеш, тип айырып билдәләне.

– Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына, Биләмәләрҙе үҫтереү фондына, төбәк етәкселәре командаһына яуаплы ҡараш, кешеләрҙең йәшәү сифатына, субъекттың комплекслы һәм оҙайлы үҫешенә туранан-тура йоғонто яһаған проекттарҙы ентекле һайлағандары өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Марат Хөснуллин.

– Бөгөн тағы ла туғыҙ төбәктең дөйөм суммаһы 39,6 миллиард һум тәшкил иткән заявкаларын ҡараныҡ һәм хупланыҡ, улар 16 проект эсендәге 34 коммуналь инфраструктура объекты менән эшләүгә йүнәлтелә. Шулай итеп, хәҙерге көнгә 20 төбәктең ҡаҙнаның инфраструктур кредиттары иҫәбенә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға дөйөм суммаһы 106,2 миллиард һум тәшкил иткән ғаризалары хупланды. 

Өфө аръяғында коммуналь инфраструктура булдырыуға федераль ярҙам бирелә
Өфө аръяғында коммуналь инфраструктура булдырыуға федераль ярҙам бирелә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас