

– Буласаҡ микрорайондарҙа кәрәкле инфраструктура булдырыуға ҡағылған эш Башҡортостан Республикаһындағы төҙөлөш комплексы өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып ҡала. Бындай күләмле проекттарҙы федераль үҙәк һәм республика етәкселеге ярҙамынан тыш тормошҡа ашырыу мөмкин булмаҫ ине. 8,5 миллиард һумлыҡ ҡаҙна кредиты иҫәбенә Өфө аръяғы биләмәһендә һигеҙ инфраструктура объекты төҙөү планлаштырыла. Был проекттар, Өфө һәм Өфө районы биләмәләрен артабан үҫтереүҙе иҫәпкә алып, 2040 йылға 56 меңдән ашыу кешене һыу менән тәьмин итеүҙең һәм һыуҙы ағыҙыу селтәрҙәренең сифатын арттырырға мөмкинлек бирә, ә оҙайлы перспективала иһә – 427 мең кеше өсөн. Был биләмәләрҙә 12,8 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеге бар, – тине ул.
Фото: building.bashkortostan.ru/about/structure/0/worker/1063/