Социаль мәсьәлә
8 Август 2025, 18:25

Уларҙың күңеле лә, йорто ла һәр кемгә асыҡ

“Ҡатыныма мөхәббәте, тоғролоғо өсөн рәхмәтлемен,  минең өсөн ул  хәстәрлекле, ярҙамсыл  тормош юлдашы”, – ти Рәмил Ғиндулла улы. 

Уларҙың күңеле лә, йорто ла һәр кемгә асыҡУларҙың күңеле лә, йорто ла һәр кемгә асыҡ
Уларҙың күңеле лә, йорто ла һәр кемгә асыҡ

Иҫке Бүздәк ауылында йәшәгән Рәмилә һәм Рәмил Иҙиәтуллиндар алтын туйҙарын билдәләне. Уларҙың икеһе лә Туймазы районынан, икеһе лә күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, хатта бер класта уҡыған. Рәмил Ғиндулла улы Ҡаран училищеһын тамамлағандан һуң армияла хеҙмәт итә. Яҙмышын  хәрби профессия менән бәйләргә теләй, прапорщиклыҡҡа уҡый. 1975 йылда йәштәр өйләнешә. Туйҙан һуң Германияға китәләр. Аҙаҡ Рәмил Ғиндулла улын Хабаров крайына хеҙмәткә саҡыралар. Хәҙер улар Иҫке Бүздәк ауылында иркен йорт һалып, шунда донъя көтә.

Отставкаға сыҡҡас, Рәмил Ғиндулла улы бер аҙ эшҡыуарлыҡ  менән шөғөлләнә. Дин – уның тормошоноң мөһим өлөшө. Тәбиғәттән килгән аҡылы, мәрхәмәтлеге, йылы һүҙҙәре менән кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра, кәңәштәре менән кешегә ярҙам итә.

Рәмилә Шәймәрҙән ҡыҙы – йорт йылыһын һәм йәмен һаҡлаусы. Тәүҙә төҙөлөштә, аҙаҡ сауҙала эшләй. Өлкән улдары Вадим махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Төпсөктәре Марат Әлмәттә йәшәй һәм эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уртансы улдары Рөстәм фажиғәле рәүештә һәләк була.

Иҙиәтуллиндарҙың йорт ишеге һәр кемгә асыҡ. Хужалыҡ тоталар, йәшелсә, ихата тулы сәскә үҫтерәләр. Йәмле ихаталарында һәр саҡ тәртип һәм таҙалыҡ. Ейәндәре һәм балалары бында йыш ҡунаҡ.

“Мин бәхетле ҡатын һәм әсә, эргәмдә ышаныслы, лайыҡлы, аңлап тороусы ирем бар, нимә генә булмаһын, уның ярҙам итәсәген беләм”, – ти Рәмилә ханым.  Ә Рәмил Ғиндулла улы ҡатынын иң яҡшы кәңәшсе, дуҫ тип иҫәпләй: “Уға мөхәббәте, тоғролоғо өсөн рәхмәтлемен, ул минең өсөн  хәстәрлекле, ярҙамсыл ҡатын һәм әсә”, – ти.

Иҙиәтуллиндар, ҡулға-ҡул тотоноп, бөтә ҡаршылыҡ һәм ауырлыҡтарҙы бергәләп үтә.

–Бер-береңде тыңларға, хөрмәт итергә, ышанырға, ғәфү итергә өйрәнегеҙ. Иң мөһиме, һеҙ – бергә, булғандың ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, ғүмер бит  бик ҡыҫҡа, – ти  тормош юбилярҙары.

Иҫтәлекле ваҡиға менән уларҙы Уртаҡул  ауыл советы етәкселәре, ауылдаштары ҡайнар ҡотлап, бүләктәр тапшырып, иң яҡшы теләкттәрен еткерҙе.

Фото: “Буздякские новости” гәзите.

Уларҙың күңеле лә, йорто ла һәр кемгә асыҡ
Уларҙың күңеле лә, йорто ла һәр кемгә асыҡ
Уларҙың күңеле лә, йорто ла һәр кемгә асыҡ
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас