Социаль мәсьәлә
11 Август 2025, 09:30

Был аҙым тотош ғүмерҙе юҡ итә

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Был аҙым тотош ғүмерҙе юҡ итәБыл аҙым тотош ғүмерҙе юҡ итә
Был аҙым тотош ғүмерҙе юҡ итә

Башҡортостанда һигеҙ мең кешегә “наркомания” диагнозы ҡуйылған.  Республикала наркология йүнәлешле пациенттарға амбулатория ярҙамы 65 медицина ойошмаһында күрһәтелә. 24 медицина ойошмаһында тәүлек әйләнәһенә булыу мөмкинлеге булған 955 койка, шул иҫәптән   медицина реабилитациялауы өсөн  106 койка бар. 130 табип психиатр-нарколог тарафынан махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтелә.

Башҡортостандың наркология хеҙмәте наркотиктарҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә психик һәм кәүҙә тотошо менән бәйле сирҙәр күрһәткестәре динамикаһы мониторингын алып бара.

Наркомания диагнозы һәм наркотиктарҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә диспансер күҙәтеүе аҫтында булғандар һигеҙ меңдән ашыу кешене тәшкил итә. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, наркомания менән сирләүселәр, ремиссияла булғандар күрһәткестәре йәһәтенән ыңғай динамика бар. Күрһәткестәр яҡшырған һәм Волга буйы федераль округындағы, Рәсәйҙәге ошондай уҡ күрһәткестәрҙән арта. Был беҙҙәге наркология хеҙмәтенең һөҙөмтәле эшен күрһәтә, тип билдәләй белгестәр.

Наркотиктарҙың кеше организмы өсөн зыянлы икәнлеген бик яҡшы беләбеҙ. Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы был афәттән һаҡлағыҙ. Юғиһә был аҙымдың тотош ғүмерҙе юҡ итеүе ихтимал.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас