

Республика ойошмаларында хеҙмәтте һаҡлау торошо һәм беренсе ярты йыллыҡта ошо йүнәлештәге эш һөҙөмтәләре аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡаралды. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе.
– Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ике йыл рәттән ошо йүнәлеш буйынса Рәсәйҙең иң көслө башҡарма власть органдары иҫәбенә инде, 2023 йылда абсолют лидер булды һәм 2024 йылда өсөнсө урын алды, – тип хәбәр итте Андрей Назаров.
Уның билдәләүенсә, Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды һәм эш урындары һаны буйынса илдә унынсы позицияны биләй. Теманы төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова дауам итте.
Министр һүҙҙәренсә, 2025 йылдың тәүге ярты йыллығында республикала производствола йәрәхәтләнеү кимәлен билдәләүсе төп күрһәткестәрҙең кәмеүе күҙәтелә.
– Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, үлем менән тамамланған йәрәхәтләнеү 66,7 процентҡа, ауыр эҙемтәләр менән йәрәхәтләнеү кимәле 39,1 процентҡа кәмегән, – тине ул.
Ленара Иванова әйтеүенсә, ярты йыл эсендә производствола зыян күргән 33 кешенең өстән бер өлөшө транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнгән.
Министр билдәләүенсә, дөйөм ауырыу арҡаһында эш урынында эшселәрҙең тәбиғи үлем проблемаһы киҫкен тора.
– 2025 йылдың 1 ярты йыллығында 21 кеше эштә вафат булған, 2024 йылдың ошо уҡ осоронда – 19 кеше. Был осраҡтар етештереү менән бәйле түгел, әммә уларҙың сағыштырма күрһәткесе йыл һайын үлем осраҡтарының дөйөм һанынан илле процент билдәһенән ашып китә, – тип хәбәр итте Ленара Иванова Һәм эш урынында эшселәрҙең ҡапыл үлеү осраҡтарының 95 процентының сәбәбе йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары булыуын билдәләне.
Министр, килеп тыуған хәл дөйөм ауырыуҙарҙан эш урынында ҡапыл үлем ихтималлығын кәметеүгә йүнәлтелгән саралар комплексын үткәреү кәрәклеген талап итә, тине.
Икенсе йыл республикала муниципалитеттар араһында хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы муниципаль берәмек исеменә конкурс үткәрелә. 2024 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса республиканың Көйөргәҙе, Мәләүез, Бәләбәй райондары һәм Өфө ҡалаһы лидер тип танылды, тип билдәләне ул.
Мәсьәләне йомғаҡлап, Премьер-министр Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан сода компанияһы биләмәһендә булған хәлгә әйләнеп ҡайтты.
– Киләсәккә тейешле һығымталар яһарға һәм бындай хәлдең ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Хеҙмәтте һаҡлау һәм производствола хәүефһеҙлекте тәьмин итеү — предприятие хужаһының һәм етәксеһенең төп бурысы. Был өлкәлә республика предприятиелары менән әүҙемерәк үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороуға иғтибар итергә теләйем, беҙҙә хәүефһеҙлек нормаларын контролдә тотоу һәм талап итеү буйынса бөтә вәкәләттәр бар, – тине Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.