Социаль мәсьәлә
11 Августа 2025, 17:30

Хаҡлы ялдағылар ҙа өйҙә ултырырға яратмай

Хәҙер өлкән йәштәгеләр Сәмәрҡәндкә лә сәйәхәткә бара ала.

Хаҡлы ялдағылар ҙа өйҙә ултырырға яратмайХаҡлы ялдағылар ҙа өйҙә ултырырға яратмай
Хаҡлы ялдағылар ҙа өйҙә ултырырға яратмай

Ниндәй генә заман булмаһын, һәр саҡ оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәү серҙәре менән ҡыҙыҡһынғандар һәм уларҙың асылына төшөргә тырышҡандар. Был тәбиғи лә, сөнки ғүмерҙән дә ҡәҙерлерәк хазина юҡ был донъяла! Ә уның оҙайлы һәм бәхетле булыуына сәләмәт тормош алып барыу, һаулыҡҡа зыян килтергән насар ғәҙәттәр менән дуҫлашмау мөһим. Өҫтәүенә, экологик йәһәттән таҙа, йәшел урманлы, саф һауалы ерҙә йәшәү, дөрөҫ туҡланыу зарур.

Күптәр уны яратып өлгөрҙө

Әлбиттә, йәшәйешебеҙ, көнкүрешебеҙ сифатына эргә-тирәләге хәл-шарттар тәьҫир итмәй ҡалмай. Быға төбәктәге иҡтисади, социаль шарттар, инфраструктура, уңайлы шарттарҙың барлығы ла йоғонто яһай. Ошо маҡсаттарҙың барыһын да тормошҡа ашырырған, республикабыҙҙа мауыҡтырғыс һәм күптәр яратҡан “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты бар. Был программа 2020 йылдың октябренән ғәмәлдә. 2025 – 2030 йылдарға “Башҡортостанда оҙон ғүмер” төбәк программаһы Башҡортостанда йәшәүсе өлкән йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыу, социаль әүҙемлек осорон, сәләмәт тормошон оҙайтыу өсөн ҡабул ителгән төбәк программалары саралары планын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Программа Башҡортостан Хөкүмәте Ҡарары менән, “Ғаилә” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, раҫланған. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн ойоштороу комитеты барлыҡҡа килгән. Ул  2030 йылға өлкән быуын вәкилдәренең тормошҡа ашырылған сараларға йәлеп ителеүен оло йәштәгеләрҙең дөйөм һанынан 38,7 процентҡа тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота (2025 йылда – 32,5 процент). Һөҙөмтәлә Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын эҙмә-эҙлекле арттырыу күҙаллана. 2025 йылда ул 74 йәш тәшкил итергә тейеш. Биш йыл эсендә физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән оло йәштәгеләр һаны бер нисә тапҡырға артасаҡ тип күҙаллана: 2025 йылда 18,3 проценттан 2030 йылда 45 процентҡа тиклем.

Әйткәндәй, социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа килгән “Ғаилә” милли проекты, бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Өлкән быуын өсөн оҙайлы тәрбиәләү системаһын индереү һәм социаль стационарҙарҙы яңыртыу планлаштырыла.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла башлаған был проект өлкән йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын ете төп йүнәлеш аша күтәреү өсөн барлыҡҡа килгән. Улар – сәләмәтлек, белем алыу, туризм, физик культура, мәҙәниәт һәм ижад, ирекмәнлек, мәшғүллек. Биш йыл эсендә төрлө сараларҙа бер миллиондан ашыу, шул иҫәптән былтыр 470 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был өлкән йәштәгеләрҙең (936,3 мең кеше) 50 процент тирәһен тәшкил итә. Әйткәндәй, уларҙың күберәк өлөшө –  70 проценттан ашыуы – Краснокама, Мишкә райондарында, Нефтекама һәм Сибай ҡалаларында теркәлгән.

Йүнәлештәргә килгәндә, “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” тип исемләнгәне ҙур һорау менән файҙалана. Ул махсус рәүештә оло йәштәгеләр өсөн барлыҡҡа килде һәм хаҡлы ялдағыларға тотош республика буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, ауыл кешеләре Өфөгә килеп, баш ҡаланың иҫтәлекле, тарихи урындарында була, ә ҡаланыҡылар, киреһенсә, төбәгебеҙҙең иң төпкөл мөйөштәренә барып, көнкүреш үҙенсәлектәре менән танышыу мөмкинлегенә эйә.

Хәҙер сәйәхәт итеүе уңайлыраҡ

Шулай итеп, 2020 йылдан республикала өлкән быуын өсөн туризм тағы ла уңайлыраҡҡа әйләнде: был йылдың 9 сентябрендә “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” тип аталған проект старт алды. Ул ҡатнашыусыларға тыуған төйәгебеҙҙең хозурлығы, бай мәҙәни мираҫы, шулай уҡ бығаса билдәле булмаған үҙенсәлекле мөйөштәре менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.  Ошо уҡ ваҡытта, 2020 йылдың  9-10 сентябрендә, иң тәүге ике социаль турҙа Өфө ҡалаһында йәшәгән “алтын” һәм “көмөш” йәш вәкилдәре ҡатнашты. Уларҙың сәйәхәте уңайлы автобустарҙа ойошторолдо. Хаҡлы ялдағылар, Ғафури, Мәләүез һәм Ишембай райондарында булып, ошо яҡтарҙың иҫтәлекле урындары менән танышты. Уларға “Торатау” геопаркы биләмәһендәге уҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ объекттар, Красноусол минерал һыуҙар сығанағы, Еҙем йылғаһы, Уҡлыҡая, Мәләүез районындағы Воскресенск картина галереяһы оҡшаны.

Үрҙә әйтеп үтелгән йүнәлештәр араһында туризм өҫтөнлөк итә: 2025 йылдың 1 июленә тиклем “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” йүнәлеш буйынса, халыҡ-ара йүнәлештәреҙе лә иҫәпкә алып, 61688 кеше ҡатнашҡан.

Әйткәндәй, 2023 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән “Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлеге. Туризм” проектына ярашлы, оло йәштәгеләр йыл һайын Беларусь Республикаһына барыу мөмкинлегенә эйә. Һөҙөмтәлә 2023-2024 йылдарҙа 2954 өлкән йәштәге кеше  ( 2023 йылда – 1621, 2024 йылда – 1333) был илдә булған.

Былтырҙан “Башҡорт-үзбәк оҙон ғүмерлеге. Туризм”  пилот проекты тормошҡа индерелә башланы. Квота 150 кешелек булған. Һөҙөмтәлә өлкән йәштәгеләр Сәмәрҡәндкә һәм Үзбәкстандың башҡа иҫтәлекле урындарына сәйәхәттәр ҡылынған.

 “Сәләмәтлек” йүнәлеше буйынса 35 мең тирәһе кеше “Йөрәк маршруты” акцияһында ҡатнашҡан, төрлө сирҙәрҙән иҫкәртеү тикшереүе үткән. 250 мең кеше иһә физкультура-һауыҡтырыу сараларына йәлеп ителгән. Уларҙың 3626-һы ГТО (“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы) нормативтарын тапшырған өсөн 10 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булған. 3,5 мең кеше уҡыған, шул уҡ ваҡытта 2392 кеше ике мең һумлыҡ сертификатты файҙаланған.

Былтыр июлдән авгусҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Гранттары фонды булышлығында “Башҡортостанда оҙон ғүмер” республика иң яҡшы практикалар фестивале ойошторолдо. Унда республиканың – 56, баш ҡаланың ете районы вкәилдәре үҙ көсөн һынап ҡараны. Дәүләкән, Стәрлебаш, Благовещен, Яңауыл, Ҡалтасы, Өфө райондары, Сибай ҡалаһы һәм Өфөнөң Октябрь районы командалары фестивалдең Гран-приһын яуланы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Нурия ФӘЙЗРАХМАНОВА, хаҡлы ялда, Өфө ҡалаһы:

 – “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты ял итеүселәрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра. Ул мөһим социаль әһәмиәткә эйә. Ул тыуған яҡты яҡшыраҡ белергә, яңы асыштарға булышлыҡ итеп икенә ҡалмайынса, әүҙем ял, аралашыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙыра. Был өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса мөһим. Мин үҙем дә, күптән хаҡлы ялда булһам да, өйҙә тик ултырырға яратмайым, сәйәхәт итергә тырышам. Былтыр ҙа әхирәтем менән тыуған Башҡортостанбыҙҙың матур урындарын күреп ҡайттыҡ.

Хаҡлы ялдағылар ҙа өйҙә ултырырға яратмай
Хаҡлы ялдағылар ҙа өйҙә ултырырға яратмай
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас