

28 меңгә яҡын әсә туҡлыҡлы аҙыҡтан бушлай файҙалана
Өфө ҡалаһының иң ҙур сауҙа комплекстарының береһе – Үҙәк баҙарҙың беренсе ҡатында урынлашҡан “Һөт кухняһы”нда бөгөн дә ҙур йәнлелек. Быяла стеллаждар эсендәге тәмле йогурттар, эремсек, һөт, ҡаймаҡ һәм башҡа һөт аҙыҡтары үҙҙәренең һатып алыусыһын көтә. Һатыусы Инна Савчук прилавка артында дүртенсе көн генә эшләүенә ҡарамаҫтан, продукцияның ассортиментын яҡшы белә. “Дүшәмбе һәм кесаҙна көндәрендә балалары өс йәшкә тиклем булған әсәләрҙе хеҙмәтләндерәбеҙ. Бөгөн исемлектәге 47 әсә бушлай һөт аҙыҡтары аласаҡ. Шулай уҡ беҙҙең аҙыҡтарҙы тәмләргә теләгән һәр кемгә һатабыҙ”, – ти һатыусы.
Екатерина исемле әсә коляскалағы сабыйы менән “Һөт кухняһы”на килгән. “Бик яҡын йәшәйбеҙ. Шуға күрә продукция алырға улым менән бергә йөрөйбөҙ. Һөтө лә, эремсеге лә бик тәмле, улым яратып ашай”, – ти әсә. Ә бына улы Аскар менән баҙарға килгән Регина продукция менән тәү тапҡыр таныша, һатыусы Инна әсәнең һәр һорауына тулыһынса яуап бирергә, һөт аҙыҡтарының ҡайҙа етештерелеүе, ниндәй төрҙәре булыуы тураһында аңлатырға тырыша.
Башҡортостанда бына биш йыл инде балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “һөт кухнялары” системаһы эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә йөҙ меңдән ашыу, шул иҫәптән мохтажлыҡ кисергән ғаиләләрҙән имеҙеүсе әсәләр һәм ауырлы ҡатындар махсус туҡланыу аҙыҡтарынан бушлай файҙаланды. Былтыр уларҙың һаны 28 меңгә тиерлек етте. 2025 йылда махсус хәрби операция ветерандары ғаиләләре лә “Һөт кухняһы”ның продукцияһын бушлай алыу хоҡуғынан файҙаланды. Шулай итеп, һөт аҙыҡтарын алыусылар һаны 1,5 мең кешегә артты.
Республикала һөт продукцияһын етештереүсе ете производство һәм 132 тапшырыу пункты эшләй. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн ҙур ҡалаларҙың һигеҙ сауҙа үҙәгендә ошондай пункттар барлыҡҡа килде. Өфө эргәһендәге райондарҙа халыҡтың һорауы буйынса күсмә акциялар ойошторолдо. 2024 йылдың июнь айынан башлап, “Һөт кухняһы” өлкәндәр өсөн дә продукция етештерә. Яңы йүнәлеште тормошҡа ашырыу өсөн Октябрьский ҡалаһы филиалында ҙур яңыртыу эштәре башҡарылды, цех ҡеүәте өс тапҡырға артты.
Өлкәндәр өсөн етештерелгән продукцияның составы ла тулыһынса тәбиғи. Ул урындағы фермер хужалыҡтары тапшырған һөттән эшләнә, яһалма ингридиенттар ҡушылмай. Былтыр “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсында балалар өсөн сығарылған эремсек лауреат исеменә лайыҡ булды. Ә майлылығы 3,2 процент тәшкил иткән пастеризацияланған һөт “Беҙҙең бренд” конкурсында Гран-при яуланы.
Быйыл “Һөт кухняһы” проектының пландары тағы ла тосораҡ: өлкәндәр өсөн сығарылған продукцияның ассортиментын киңәйтеү мөһим. Әле бында 32 төрлө һөт аҙыҡтары етештерелә, мәҫәлән, һөт, эремсек, йогурт, балалар печеньеһы, кефир, ҡаймаҡ һәм башҡалар.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:
“Һөт кухняһы” аҙыҡтарынан файҙаланыусылар араһында – ауырлы ҡатындар һәм бала имеҙеүсе әсәләр, аҙ килемле ғаиләләрҙең өс йәшкә тиклемге балалары һәм опекалағы сабыйҙар. 2023 йылдан был исемлеккә махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен дә өҫтәнек. Төбәктә 132 таратыу пункты бар, унда балалар өсөн аҙыҡты бирәләр һәм һаталар. Быны эшебеҙҙең бик яҡшы һөҙөмтәһе тип иҫәпләйем. Бынан бер нисә йыл элек урындағы сеймалдан файҙалы һәм тәмле продукт етештергән “һөт кухнялары” балаларыбыҙға, шулай уҡ өлкәндәргә бик кәрәк, тигән һығымтаға килдек.
Бөгөн “Һөт кухняһы” республика халҡында танылыу яуланы. Уны сауҙа кәштәләренән эҙләйҙәр, башҡа етештереүселәр аҙыҡтарынан өҫтөн күрәләр. Был, һис шикһеҙ, ҙур уңыш, тимәк, предприятиены артабан да үҫтерәсәкбеҙ”.
Зөлфиә Рәжәпова, Учалы ҡалаһы:
“Мин балама өс йәш тулғансы “Һөт кухняһы” хеҙмәтенән бушлай файҙаландым. Һөт аҙыҡтары файҙалы булыуы өҫтөнә бик тәмле лә. Балалар кинәнеп ашай. Мин продукцияны бушлай ҡулланыусылар исемлегенән төшөп ҡалһам да, “Һөт кухняһы” менән бәйләнеште өҙмәйем, сөнки һөт аҙыҡтарының ҡайһыһын алһаң да сифаты бик яҡшы”.
Динә Арыҫланова.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.