

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хеҙмәт баҙарындағы хәлде һәм ярты йыллыҡ йомғаҡтарҙы тикшерҙеләр. Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, бөгөн хеҙмәт баҙары етди иҡтисади проблемаларға юлыҡҡан, квалификациялы кадрҙар дефициты арта.
– Иҡтисадта геосәйәси трендтар һәм санкция сикләүҙәре менән бәйле структур үҙгәрештәр бара. Автоматлаштырыу һәм һанлаштырыу процестары көсәйә. Былар барыһы ла хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһына һәм компетенцияларына талаптарҙы ҡатыландыра. Шул уҡ ваҡытта беҙ дөйөм эшһеҙлекте илдәге иң түбән кимәлдәрҙең береһендә – 1,6 процентта тота алабыҙ. 2025 йылдың апрель – июнь айҙарындағы күрһәткес шундай, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Теманы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников дауам итте. Спикер һүҙҙәренсә, уҙған йылдың ошо уҡ датаһы менән сағыштырғанда, теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 11 процентҡа – 10 меңдән 9 мең кешегә тиклем кәмегән. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 0,46 процент тәшкил итә (2024 йылдың шул уҡ осоронда 0,51 процент).
– “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәренә эш биреүселәр 37 меңдән ашыу вакансия тураһында мәғлүмәт бирҙе, уларҙың 71 проценты – эшсе һөнәрҙәр, – тине Юрий Мельников һәм бер дәғүәсегә 8 һәм 12 вакансия тура килгән эшкәртеү производстволары һәм төҙөлөш предприятиелары кадрҙар етешмәүен айырыуса киҫкен кисерә, тип билдәләне.
Юрий Мельников оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен һәм граждандарҙың айырым категорияларын “Кадрҙар” милли проекты буйынса уҡытыуҙы эш биреүселәргә ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы тип атаны. 2025 йылда федераль бюджеттан 160 миллиондан ашыу финанс средстволарын йәлеп итеп, 3 меңгә яҡын ОПК белгесен уҡытыу планлаштырыла. Спикер һүҙҙәренсә, Башҡортостан Федераль финанслау күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урында тора.
– Был көнгә 1765 кеше уҡый башлаған, уҡыуҙы тамамлаған 755 тыңлаусы мәшғүллеген һаҡлап ҡалған. Республика буйынса республиканың 13 эш биреүсеһе менән кадрҙарҙы уҡытыуға килешеүҙәр төҙөлгән, – тип һандар килтерҙе спикер.
Республикала шулай уҡ эшһеҙҙәргә һәм эш эҙләүселәргә, декрет ялында булған ҡатын-ҡыҙҙарға, пенсионерҙарға, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә һөнәри белем алыу йәки өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге биргән белем биреү сертификаттары программаһы тормошҡа ашырыла.
– Быйыл республика халҡы кәмендә 700 сертификат аласаҡ. Беренсе ярты йыллыҡта 313 сертификат тапшырылды, шул иҫәптән 120-еһе – МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм 154 – е-яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына, – тип һөйләне Юрий Мельников.
Башҡортостан граждандарҙың айырым категорияларының мәшғүллеген дәртләндереү буйынса федераль сараларҙа ҡатнашыуын дауам итә, тип билдәләне спикер.
Мәсьәләне тикшереүҙе тамамлап, Андрей Назаров, “Кадрҙар” милли проекты сиктәрендә ваҡытлыса эшкә урынлашыуҙы ойоштороу – мәшғүллекте һаҡлауҙың мөһим ҡоралы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына йыл йомғаҡтары буйынса республика Хөкүмәтенә отчет тапшырып, уның сараларын ваҡытында һәм сифатлы тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.