

Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында күңелһеҙ хәл булған – бер егеттең һеңлеһе менән аралашҡан өсөн үҫмерҙе күмәкләп туҡмағандар. “Честный репортаж” телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, низағты ойоштороусы иптәштәрен дә алып килгән. Ыҙғыш һөҙөмтәһендә үҫмер тән йәрәхәттәре алған.
Видеояҙмала күренеүенсә, бер егет үҙенән кесе йәштәге малайҙың яңағына һуға башлай, ул түҙмәйенсә, үҙен яҡлап, тегене этеп ебәрә. Шунда уҡ йығылған егетте яҡлап, “ағай-эне” ярҙамға килә һәм үҙҙәренән бер нисә йәшкә бәләкәй үҫмерҙе туҡмайҙар.
Малайҙың башына күп итеп һуғалар. Башта уны биналар араһында, һуңынан урманда туҡмайҙар. Был мәшхәрҙә ҡатнашыусыларҙы "дуҫтары" оҙатып йөрөй. Улар, тиҫтерҙәрен тыйыу урынына, барлыҡ ваҡиғаны видеоға төшөрә һәм һөжүм итеүселәрҙе ҡотортоп тора.
Инцидент менән Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы тәфтишселәре шөғөлләнә. Прокуратура баланы туҡмау осрағы буйынса енәйәт эшен тикшереү барышын контролдә тота.
Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙ ошондай күңелһеҙ хәлгә ҡалмаһын өсөн өйҙә башҡаларға көс ҡулланырға, ҡул күтәрергә, шулай уҡ кешене кәмһетергә ярамағанлығы хаҡында аңлатыу эшен даими алып барығыҙ, уларҙың буш ваҡыттарын нисек уҙғарыуын күҙ уңынан сығармағыҙ. Онотмағыҙ: балаларығыҙҙың ҡылған эштәре өсөн һеҙ ҙә яуаплы.
Хәҙер был ҡыҙыу "егеттәр" закон алдында яуап бирәсәк. Бик ҡыҙғаныс хәл, йәштәр яҙмыштарын боҙҙо...
Фото “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды (стоп-кадр видео @Ufa_rb | Новости. Уфа Башкортостан, Telegram).