Социаль мәсьәлә
29 Августа 2025, 13:45

Ололарҙы ла ҡарауға алалар

Башҡортостанда 100-ҙән ашыу кеше ғаиләләргә урынлаштырылған.

Ололарҙы ла ҡарауға алаларОлоларҙы ла ҡарауға алалар
Ололарҙы ла ҡарауға алалар

Башҡортостанда балалар ғына түгел, даими тәрбиәгә мохтаж булған ололар, инвалидтар ҙа ғаиләләргә ҡарауға бирелә. Бөгөнгө көндә 98 ғаиләлә улар йылылыҡ һәм хәстәр тапҡан.

-Тәрбиәгә алған ғаилә – өй шарттарында  йәшәү өсөн уникаль мөмкинлек. 2017 йылдан алып ололарға һәм инвалидтарға ҡарата был алымды ҡулланабыҙ. Бөгөн тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә 103 кеше йәшәй. Быйыл һигеҙ кеше ошо рәүешле яҡындарын тапты, - тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Бындай ысул ҡабул итеүсе ғаилә, ҡарауға мохтаж 65 йәштән оло кеше йәки инвалид һәм республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге араһында өс яҡлы килешеү менән булдырыла. Йәшәү, ҡарау шарттары барыһы ла килешеүҙә яҙыла. Төрлө яҡтарҙың теләгенә ҡарап ғаиләлә булыу ваҡыты бер айҙан бер нисә йылға тиклем һуҙылыуы ихтимал.

Ғаиләгә алып, оло кешене ҡараусының хеҙмәте баһаһыҙ ҡалмай. Айлыҡ түләү хаҡы 6200 һум тәшкил итә. Әгәр тәрбиәгә мохтаж кешенең 1-се төркөм инвалидлығы булһа йәки 80 йәштән олораҡ икән, ҡарау хаҡы 30 процентҡа арта.

Фото: Башҡортостан хөкүмәте сайтынан.  

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас